logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Минең кесе Ватаным – Атайсал” VI муниципаль форумы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Минең кесе Ватаным – Атайсал” VI муниципаль форумы сиктәрендә ойошторолған “Беҙ – Атайсалдың йолалар усағын һәм именлеген һаҡлаусылар” секцияһы ултырышы үтте. Уның эшмәкәрлегендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан ир-егеттәре ҡоро рәйесе Зариф Закир улы Байғусҡаров, “Тамыр” телеканалы журналисы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән райондары, Баймаҡ, Сибай, Межгорье ҡалалары ағинәйҙәре ойошмаһы, ир-егеттәр ҡоро рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты.
Сара барышында өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет – ул тәрбиәсе, аҡһаҡал, ағинәй вазифаһында өлгө күрһәтеүсе, балалар, йәштәр араһында илһөйәрлек, телһөйәрлек, иман өлгөһө мөхите тыуҙырыусы, милли кәсептәрҙе тергеҙеүсе, ул кәсептәрҙе эш урындары булдырыу, көнкүрешебеҙ биҙәгенә, шөғөлөнә әйләндереү маҡсатын алға һөрөүсе тип раҫланды. Республика кимәлендә фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында республика ағинәйҙәре сайтын һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөн, райондарҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаларының төркәмдәрен йәнләндереү һәм бының өсөн бер нисә модератор тәғәйенләү, республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы Советы төҙөп, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеү һәм таратыу, яңы эшләй башлаған рәйестәргә методик ярҙам күрһәтеү үҙәге булдырыу, һарыҡсылыҡты, малсылыҡты һәм уларға бәйле йолаларҙы, кәсептәрҙе бергәләп тергеҙеү, ер-һыу атамаларын өйрәнеүҙе, киләсәктә уларҙы туплап, йыйынтыҡ итеп баҫтырыу эштәрен берҙәм алып барыу, киләсәк быуынға теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырыу, яҙғы байрамдарҙы башҡорт йолалары нигеҙендә үткәреү, ауылдарҙа эскелекте бөтөрөү, “Айыҡ ауыл” исеме йөрөткәндәрендә эскелекте бөтөнләй булдырмау өсөн көрәш алып барыу, район башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарына кәсептәрҙе килем сығанағына әйләндереү бурысын йөкмәтеү, ауылдарҙа 1812 йылғы француз яуында, Бөйөк Ватан, афған, Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан ветерандар исемлеген төҙөү, ҡәберҙәрен табыу, тәрбиәләү буйынса эштәр алып барыу һ.б. зарурлығы хаҡында фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.Ағинәйҙәр үҙҙәрендә тергеҙелгән кәсептәр, йолалар тураһында сығыш яһаны, ә ир-егеттәр эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Йылайыр районы ағинәйҙәре үҙҙәрендә атҡарған йола өлгөһө менән таныштырҙы.