Минең яҙмышымда – башҡорт теле
14 декабрь – Башҡорт теле көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында “ Минең яҙмышымда – башҡорт теле” исемле осрашыу кисәһе үтте. Осрашыуҙа сит тарафтарҙан килеп башҡорт телен, ерлеген үҙ иткән үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр ҡатнашты. Улар Баймаҡ ҡалаһынан “Зоя – Зөләйха”, “Эсәр һыуы сит ерҙәрҙә булғас…” мәҡәләләренең авторы Мортазина Гөлсирә, Тимербулатова Зөлфирә, Әхмәтова Вәсилә, Арсланова Анна һәм уның ҡыҙы Ләйсән, Йомаш ауылынан Хәсәнова Татьяна һәм Биктимерова Алиса. Сарала ҡатнашҡан ҡаланың 3 – сө һанлы мәктәбе уҡыусылары, Урал арьяғының аграр колледжы студенттары саҡырылған ҡунаҡтарҙың яҙмыштары тураһындағы хәтирәләрен ҡыҙыҡһынып тыңланылар, телгә арналған викторинала ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” ансамленең башҡарыуында “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры сараға тантана, дәрт, рух тойғоһо өҫтәне.
14 декабря родился выдающийся башкирский просветитель Мифтахетдин Акмулла. В целях сохранения, поддержки и развития башкирского языка этот день официально объявлен Днём башкирского языка. В эту знаменательную дату сотрудники БМЦБ провели встречу под названием “Башкирский язык – в моей судьбе”. На встречу были приглашены люди других наций, но в совершенстве владеющие башкирским языком. По волею судьбы их жизнь тесно связалась с Башкортостаном, Баймаком, башкирскими традициями и нравами, бытом и религией. Приглашенные гости рассказали о своей необычной, но интересной судьбе. В их выступлениях чувствовалась любовь к башкирскому языку, народу, быту и культуре. Выражаем благодарность учащимся СОШ №3 (Сагитова В.) и студентам ЗАПК, ансамблю «Серле йондоҙҙар» (Турсунбаева Б.) из Центра детского творчества за участие в мероприятие.