logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем”

Мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында Башҡорт теле көнө уңайынан “Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем” исемле сара үтте. Уҡыусылар “Һайлау” фильмын ҡарап, ундағы ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡаса фекер алышты, артабан йомаҡтар, тиҙәйткестәр, шаян һорауҙар, анаграммалар буйынса командаларға бүленеп ярышты. Мәктәп уҡыусылары командалары Рәсәй Геройы Шайморатов генералға арналған роман баҫылған “Ағиҙел” журналы менән бүләкләнде. Сара һуңында флешмоб иғлан ителеп, уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын күмәкләп һөйләне.
Китапханасы Айгөл Иҙелбаева мәктәп һәм колледж китапханаһына “Ирәндек гәүһәрҙәре-2”, “Хәтер тере, хәтер мәңгелек”, “Юлай аманаты”, “Ҡарағай менән аҡ бейеү” һәм “Йөрәктәге йырым” китаптарын бүләк итте, шулай уҡ яҙышҡан уҡыусыларҙы төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.