logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 110 йыл

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ шағир, драматург, тәржемәсе Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 110 йыл (1912- 1991).

Намыҫ менән эштә аҡлай алһам
Ышанысын бөйөк халҡымдың,
Тынмай яңғырар йырым, һүнмәҫ һаман
Йөрәгемдә ижад ялҡыны.

“… ҡайырылып артҡа күҙ һалһаң, байтаҡ ауыр һәм ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы тормош юлы үтелгән: ҡурай һәм буҙ турғайҙар моңо һеңгән бай тәбиғәт ҡуйынында йәшәгән йәш үҫмер саҡта урманда утынын да киҫкәнмен, болонда бесәнен дә сапҡанмын, баҫыуҙа игенен дә иккәнмен…” (Н.Иҙелбай)

Шағир, драматург, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Иҙелбаев Нәжиб Сафа улы 1912 йылдың 12 мартында Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуған. Ауылда ҙур тырышлыҡ менән асылған беренсе баҫҡыс мәктәпте тамамлағас, 1924 йылда Беренсе Этҡол ауылында асылған икенсе баҫҡыс мәктәпкә күсә, һәләтле уҡыусыларҙың береһе булараҡ Ырымбурҙағы Ҡарауанһарайҙа эшләп килгән Башҡорт педагогия техникумына йүнәлтелә. Әммә буласаҡ әҙип белем йортон тамамлап өлгөрмәй, атаһы мәрхүм булғас, тыуған яғына ҡайта. Баймаҡта асылған рус телендәге икенсе баҫҡыс мәктәптә уҡыуын дауам итә, бер үк мәлдә Баймаҡ ауыл Советының секретаре вазифаһын башҡара. Матур әҙәбиәткә һүнмәҫ мөхәббәт уятҡан Мирхәйҙәр Фәйзи кәңәше буйынса Баймаҡтағы тау сәнәғәте техникумын уырға инә, уны тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһындағы баҡыр заводына эшкә керә. Утыҙынсы йылдар башында Баймаҡ районында «Ҡыҙыл Баймаҡ» исемлe гәзит сыға башлағас, журналистикаға күсә.

1932 йылда Өфөгә килә, радиотапшырыуҙар комитетында эш башлай. Һуңынан Мәскәү-Волга каналы төҙөлөшөндә ҡатнаша, ошо мәлдә Максим Горький менән осрашыу бәхетенә ирешә. 1937 йылда Өфөгә ҡайтҡас, Башҡортостан дәүләт китап нәшриәтендә эшләй, шул осорҙа Николай Островскийҙың “Дауылда тыуғандар” тигән повесын, Тарас Шевченконың “Тополь” тигән поэмаһын башҡорт теленә тәржемә итә. 1938-1945 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡаты яраланып, Өфөгә ҡайта, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. “Күк шинель” тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1946 йылда донъя күрә. Артабан төрлө йылдарҙа шиғырҙарҙан, йырҙарҙан, пьесаларҙан торған “Ел, ерәнем”, “Бер шаршаулы пьесалар”, “Йырым һиңә булһын”, “Ағиҙел буйында” һ.б. китаптары баҫыла.

Ул Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романын башҡортсаға тәржемә итә. Нәжиб Иҙелбайҙың “Ел, ерәнем”, “Көтәм һине”, “Ҡушҡайын”, “Сирен сәскәләре”, “Тыуған ауылым” исемле һ.б. шиғырҙарына Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һ.б. мәшһүр композиторҙар тарафынан йырҙар ижад ителгән.