logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ноғман Мусинға 90 йәш

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле әҙип Ноғман Мусинға – 90 йәш! Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе, тәбиғәт йырсыһы Ноғман Сөләймән улына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы яҙыусының олпат юбилейы айҡанлы “Бәйләнештә” селтәрендә “Мәңгелек урман” дилогияһы буйынса флешбук ойошторҙо. Бер ай дауамында флешбук төркөмөндә әҙәбиәт һөйөүселәр әҙиптең тормошо һәм ижадына арналған мәғлүмәт, “Мәңгелек урман” романы буйынса фекерҙәр, әҫәрҙән өҙөктәр, фото һәм видеоматериалдар менән уртаҡлашты. Улар менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була – https://vk.com/public205250040

?Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы, Салауат Юлаев, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры Мусин Ноғман Сөләймән улы 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районында тыуа. Ҡолғона, Маҡар мәктәптәрендә белем ала. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай. Төрлө йылдарҙа уҡытыусы, артабан республика баҫмаларында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан телевидениеһында, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. “Төпкөлдән төшкән килен”, “Аҡ юл һиңә!” һ.б. повестары, “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.