logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡолсора ауыл китапханаһы

Бөгөн Ҡолсора ауылы китапханаһында балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында 5 синыф уҡыусылары менән “Балаларға һуғыш тураһында” китабы менән таныштыҡ. Был китап ХХ быуаттың оло фажиғәһенә әүерелгән Бөйөк Ватан һуғышындағы халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Балаларға Башҡортостандың һуғыш осоронда фашистик Германияны енеүгә индергән тос өлөшөн күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларының тиңһеҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары менән таныштыҡ. Исемдәре тарихҡа мәңгелеккә уйылып ҡалған, теүәл ике йыл элек, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Ф.Х.Ғүмәровтың “М.М.Шаймуратов” китабы һәм полк командиры Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовҡа арналған Р.Өмөтбаевтың “Генерал Кусимов” китаптары менән таныштыҡ.
Уҡыусыларға бигерәк тә йыраҡ араға шифрлау ысулы ярҙамында мәғлүмәт тапшырыуҙы тәьмин иткән Морзе әлифбаһы менән танышыу ҡыҙыҡһыныу уятты, аҙағынан Морзе әлифбаһы ярҙамында һүҙҙәрҙе уҡынылар.