logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Онколог менән осрашыу

Үҙәк китапханала Баймаҡ ҡала дауаханаһы онкологы Ф.Ә. Калимов менән осрашыу уҙғарылды. Сара китапхана янында эшләп килгән Сәләмәт тормошто яратыусылар клубының сираттағы ултырышы сиктәрендә ойошторолдо. Тәжрибәле табип Фәнил Әлим улы районда ниндәй онкологик сирҙәрҙең йышыраҡ осрауын, нисек үҙеңде насар сирҙәрҙән араларға, ниндәй анализдар һәм тикшеренеүҙәр ярҙамында онкосирҙәрҙе асыҡлап булыуы хаҡында һөйләне. Фәһемле осрашыуҙа: “Иң тәүҙә – үҙегеҙҙе яратырға, үҙегеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк”, – тине ул