«Ҡош сәләме”
Яҙҙар еткәс, кире осоп ҡайтыр
Минең йәнем ябай ҡош булып –
тигән шиғри юлдар менән башланып китте яҡташыбыҙ, күренекле журналист Нияз Мәһәҙиевтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы «Ҡош сәләме” исемле Хәтер кисәһе. Баймаҡ район китапханаһы ойошторған был сарала яҡташыбыҙҙың тормош иптәше күренекле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, һөйөклө әсәһе китапхана ветераны Әминә Мәһәҙиева һәм тормош иптәше Уйылдан Муллахәмит улы, журналист, шағир Илгиз Ишбулатов, коллегалары, әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханасылар ҡатнашты. Иң яҡын кешеләре, әсәһенең, баласаҡ хәтирәлере менән уртаҡлашыуын берсә моңланып, берсә йылмайып тыңланылар, ә тормош юлдашы Зөһрә Ҡотлогиндинаның иҫтәлектәре уйландырҙы, яҡташыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Илгиз Ишбулатов Нияз Мәһәҙиевтың үҙенең ижади тормошона, яҙмышына ыңғай йоғонтоһо тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ Баймаҡ редакцияһында бергә эшләгән коллегалары Ғәлимйән Баймурзин, Лилиә Ғәниева үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Алып барыусылар һөнәре менән архитектор булған, ә күңеле ижадҡа тартылған, бар яҡтан да һәләтле яҡташыбыҙҙың, яуаплы вазифалар биләүҙән тыш шиғырҙар яҙыуын, һүрәттәр төшөрөүен, телевизион тапшырыуҙарҙы оҫта алып барыуы тураһында һөйләп үттеләр.
Нияз Мәһәҙиев үҙенең ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмерендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Яҙған әҫәрҙәре, мәҡәләләре, кешеләргә эшләгән изгелеге, хеҙмәте беҙҙең күңелдәрҙә гел йәшәр.