logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Проект Библиомолодость

Бөгөн Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһы «Библиомолодость» проекты сиктәрендә һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 210 йыл тулыу айҡанлы “Ирәндек” уҡсылары ойошмаһы лидерҙары менән осрашыу ойошторҙо. Был үҙенсәлекле сарала халҡыбыҙҙың тарихына, ата- бабаларыбыҙҙың ҡанлы көрәшенә һәм данлы үткәненә байҡау яһалды. Башҡорт яугирҙәренең хәрби кейемендә килгән Ирәндек ойошмаһы егеттәре ҡаланың 3-сә мәктәбе уҡыусыларына уҡ атыу серҙәрен өйрәтте. Ҡыҙыҡһыныусы балалар үҙҙәренең таҫыллыҡтарын һынап ҡараны.