logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма”

✨ Халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, популяр шағирә, яҡташыбыҙ Фирүзә Абдуллинаның 60 йәшлек күркәм юбилейына ҡарата “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” исемле ижад кисәһе үтте. Рухи тантанала баш ҡала ҡунаҡтары , шағирәнең яҡындары, ижадташ дуҫтары, уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡарыусы танылған йырсылар, ауылдаштары, Баймаҡ лицей-интернаты вәкилдәре, класташтары, курсташтары, шиғриәт һөйөүселәр йыйылды. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙын тәбрикләп, район башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Байымов Илгиз Хөрмәт улы район хакимиәте етәкселеге исеменән ҡотлау адресын уҡып ишеттерҙе. Сәхнәнән яратҡан шағирәбеҙгә изге теләктәр, тәбрик һүҙҙәре, билдәле йырсылар Рауил Харрасов, Рәмил Туйсин, Әлфир Заманов, Фларид Бирғәлин, Фаил Йортбәков, һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров һәм уның тормош юлдашы Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы, “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашыусы Искәндәр Тайбугин башҡарыуында Фирүзә Абдуллина шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Айбулат һәм Заһит Ғүмәровтар, Хәмдиә Ғүмәрова шағирәнең йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙарын һөйләне.
?Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы кисә барышында шиғри гәүһәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, шулай уҡ күркәм юбилейына ҡарата яңы ғына донъя күргән “Бәхет бар ул!” исемле өр-яңы китабына ингән ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе. Хисле, моңло шиғриәт, рух, күңел байрамынан һәр кем күңел күтәренкелеге, йән аҙығы алды. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина ойоштороусылар исеменән Фирүзә Абдуллинаға, ижад кисәһендә ҡатнашыусы әҙиптәргә, йыр-моң бүләк итеүсе сәхнә оҫталарына, сарала ҡатнашыусы барлыҡ шиғриәт һөйөүселәргә рәхмәтен белдерҙе.