logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Рәсәй” һәм “әсәй” ике бөйөк исем!”

“Рәсәй” һәм “әсәй” ике бөйөк исем!” тип исемләнгән сара Ишмөхәмәт ауыл китапханаһында үтте. 27 ноябрь-Әсәйҙәр көнө айҡанлы үткән сарала әсәйҙәр бишек йырҙарын, бала һөйөүҙең яғымлы һүҙҙәрен иҫтәренә төшөрөп, хәтирәләргә бирелделәр. Рәсәй, Башҡортостан тураһында шиғырҙар тыңланылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.”Әсәй” һүҙенең ҡиммәтлеге тураһында һөйләштек, бүләктәр тапшырҙыҡ. Барлыҡ әсәйҙәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ. Әсәй-ерҙә иң ғәзиз, иң якын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халык моңон күңелеңә һеңдергән.