Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл
✅Бөгөн Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яугир-яҙыусы, публицист Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Хәтер» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.
✅Сарала Рамаҙан Ғимран улы менән аралашҡан замандаштары, райондың, республиканың үҫешенә тос өлөш индергән, төрлө органдарҙа етәксе вазифаларын башҡарған абруйлы яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Кирәй Әғзәм улы Кәйекбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапхана селтәренең почётлы ветераны Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина, Баймаҡ ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәйлә Мөйәссәр ҡыҙы Галина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре “Октябрьское знамя”, “Октябрь байрағы” гәзиттәренең баш мөхәррире, журналист Ғәлимйән Ситдыҡ улы Баймурзин ҡатнаштылар.
✅Йәнле аралашыуҙа ҡатнашыусылар Рамаҙан Ғимран улы тураһындағы хәтирәләре, иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Халҡыбыҙға бай әҙәби мираҫ булып ҡалған “Атлы башҡорт”, “Баймакский медьзавод”, “Осрашыуҙар. Юғалтыуҙар”, «Генерал Кусимов» китаптарына айырым туҡталып, был әҫәрҙәрҙең һәр заманда ла актуаль булып ҡалауҙары тураһында тос фекерҙәр әйтелде.Иҫтәлек булып ҡалған видеояҙма аша күренекле шәхестең моңло тауышы менән башҡарған «Таштуғай» йыры, дәртле баҫып бейегән “Перовский” бейеүе ҡүңелдәрҙе хисләндерҙе.
✅Рамаҙан Ғимран улы тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлаған мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.