Рим Сырлыбаев и его эпоха
Һәр дәүер үҙ шәхесе менән көслө. Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында үткән сара ла шундай көслө шәхестәрҙең береһе, бала сағы һуғыш, хеҙмәт юлы һынылыш йылдарына тура килгән Баймаҡ районы һәм ҡалаһының Почётлы гражданины, күренекле яҡташыбыҙ, абруйлы аҡһаҡалыбыҙ Сырлыбаев Рим Әшрәф улының 85 йәшлек юбилейына һәм Ирек Бикмәтовтың «Рим Сырлыбаев и его эпоха» китабының исем туйына арналды. Был сарала Рим Әшрәф улы менән бер дәүерҙә эшләгән хеҙмәттәштәре, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Сара йөкмәткеле баҫманы сығарыуҙа күп көс һалған автор- төҙөүсе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Бикмәтов Ирек Ниғмәт улының сығышынан башланды. Артабан һүҙҙе китапҡа ингән мәҡәлә авторҙары Салихов Ә.Ғ., Йәнсурин Р.Х., Маннапов М. Ғ., Тимербулатов З.М., Ямантаева В.Г., Хөснутдинова Р. Ф. үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлашып йылы теләктәрен еткерҙәләр.
Билдәле мөғәллимдәр династияһынан булған Рим Сырлыбаевты мәғәриф ветерандары һәм бер дәүерҙә эшләгән хакимиәт ветерандары ла ихлас ҡотланылар. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Ленара Камалетдинованың башҡарған моңлы йыры саҡырылған ҡунаҡтарҙың күңеленә дәрт, илһам өҫтәне. Йәне- тәне менән тыуған еренә береккән Рим Әшрәф улының изге эштәре юйылмаҫлыҡ булып тарих биттәренә яҙылды.
Хөрмәтле Рим Әшрәф улын 85 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Юбилярға һаулыҡ, йән һәм тән тыныслығы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Ә районыбыҙҙың тарихы һәм шәхестәре менән ҡыҙыҡһынған китап уҡыусыларыбыҙға Ирек Бикмәтовтың “Рим Сырлыбаев и его эпоха” китабы оло бүләк булыуына ышанабыҙ.