logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Рухиәтебеҙҙең Таң Сулпаны”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипова менән “Рухиәтебеҙҙең Таң Сулпаны” исемле осрашыу үтте. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, яҡындары, ауылдаштары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, мәғариф, китапхана эше ветерандары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Прозаик, драматург, ижады менән меңдәрҙең күңелен имләгән, рухи яҡтылыҡ сәскән Таңсулпан Ғарипова тормошо һәм ижадына, шулай уҡ хәҙерге йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарға төплө яуап бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Әҙибә – даланлы Баймаҡ ҡыҙы, “Бөйрәкәй” пенталогияһы, бихисап пьесалар, повестар, хикәйәләр, очерктар, публицистик әҫәрҙәр авторы. Шулай уҡ атаһы Хизбулла Мөхәмәтҡоловтан моң, халыҡ йырҙарына булған һөйөү ҙә күсә. Таңсулпан Ғарипова осрашыу ваҡытында баянда Азамат Ишйәровтың, ҡурайҙа Рәмил Хәсәновтың оҙатыуында “Түрәкәй”, “Ҡуңыр буға” исемле халыҡ йырҙарын башҡарып, залда ултырыусыларҙы хайран ҡалдырҙы. Ауылдашы, Халыҡ ижады үҙәге артисы Илдар Абдуллин да йырлы сәләмен еткерҙе.
Осрашыуҙа яҡташ әҙибәнең тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, сара барышында билдәле яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, “Йәнгүҙәй” берекмәһенең әүҙем ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева, Борис Хәйретдинов, Күсей ауылынан мәктәп директоры Ҡ.Ш. Уйылданов, мәғариф ветераны К.Ә. Әхмәтова, Түбәнән башҡорт теле уҡытыусыһы Д.Ә. Исхаҡова, китапхана селтәре ветераны Г.Р.Шәрипова, ауыл китапханасыһы Г.М.Дилмөхәмәтова, Өмөтбай ауылының “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Ә.Х. Мәжитова, Ҡолсора ауыл китапханасыһы Г.Р.Мөхәмәтҡужина, Баймаҡ балалар модель китапханаһының баш китапханасыһы Г.Ә.Сабирова, яҙыусының яҡындары – Г.И.Низамова, А.М.Ишйәров, А.Ә.Сирбаева сығыш яһаны һәм Таңсулпан Ғариповаға рәхмәттәрен белдерҙе, изге теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын залда ултырыусы әҙәбиәт һөйөүселәр ихлас тыңланы. Һәр кем йылы осрашыуҙан рух күтәренкелеге алды. “Рухиәтебеҙҙең Таң Сулпаны” кисәһен йомғаҡлап, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы әҙибәгә саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәне, ихлас әңгәмәһе өсөн оло рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә яҙыусы менән йылы осрашыуҙар күп булыуын теләп, изге теләктәрен әйтеп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.