logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәләх Ғәбит улы Кулибаевтың тыуыуына – 112 йыл

2 июль шағир, прозаик, драматург Сәләх Ғәбит улы Кулибаевтың тыуған көнө, уның тыуыуына – 112 йыл. Ул 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында (хәҙерге Түбәнге Таһир ауылында) тыуған. Бик йәшләй етем ҡала Сәләх, байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлапй.
1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы сәнәғәт бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыралар. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретаре, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретаре, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт бүлеге редакторы вазифаларын башҡара.
1933 – 1937 йылдарҙа Сәләх Кулибай Алыҫ Көнсығышта әрме сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында һәм «Октябрь» журналы редакцияһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып фашистик Германияны еңгән көндәргә тиклем Сәләх Кулибай яу эсендә була. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Яҡташ әҙип 1945 – 1950 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы хеҙмәткәре, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт бүлеге редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.
Сәләх Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Малай Түбә фабзавучына уҡыған сағында, Түбә руднигындағы китапхана менән етәкселек иткән М. Фәйзи менән яҡындан таныша, ул ойошторған драма һәм әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Сәләх Кулибайҙың Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән «Сәсән» журналына ебәргән тәүге шиғыры 1927 йылда баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренә, «Сәсән» журналына хәбәрҙәр һәм шиғырҙар баҫтыра башлай.
Кулибайҙың «Эш тауышында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» (1965) повесында сағылыш таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында (1972) әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул А.С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов, И.А. Крыловтың әҫәрҙәрен тәржемә итә. Сәләх Кулибай 1976 йылда вафат була. Сәләх Кулибайҙың исеме менән тыуған ауылы урамдарының береһе аталған.