logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәләмәтлек көндәлеге

Бөгөн Темәс ауылы биләмәһе “Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһын ҡабул итеп, Сәләмәтлек йылына арналған бай йөкмәткеле сара уҙғарҙы. Ишбирҙе ауыл биләмәһе вәкилдәрен, баһалама ағзаларын бай тарихлы Темәс ауылында Темәс тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Мәжитов етәкселегендә башҡорт һыбайлылары ҡаршы алды. Күп функциялы мәҙәни үҙәк алдында уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Үҙәк фойеһында мәғариф ветераны Нурия Төхвәтуллина төрлө дарыу үләндәренән әҙерләнгән төнәтмәләрҙең файҙаһы хаҡында һөйләп уҙҙы. Ошонда уҡ һөт ризыҡтарынан күргәҙмә ойошторолғайны. Ҡымыҙ, ҡорот, киптерелгән ҡорот, май һәм башҡа ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында мәғлүмәт бирелде. Бинаның икенсе ҡатында урынлашҡан башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктә оҙаҡ йылдар үҙәктә методист булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, “Ғилмияза” фольклор коллективын ойоштороусы Лилиә Ишбаева буҙа әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был үҙенсәлекле эсемлек аҡһымдарға, минераль матдәләргә бай, йөрәк, бауыр, ашҡаҙан эшмәкәрлеге, ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн файҙалы. Фольклор коллективы ағзалары буҙа тураһында таҡмаҡтар әйтте. Сәнғәт мәктәбенең урындағы филиалы тәрбиәләнеүселәре ритмика буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Күп функциялы үҙәктең спорт залында ир-егеттәр даими шөғөлләнә, төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар ошонда үтә. Ауылда ир-егеттәрҙең волейбол буйынса 8 командаһы бар. Буш ваҡыттарҙа, кистәрен төрлө урындарҙа эшләп йөрөгән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар волейбол уйынына йыйыла. Быйыл, мәҫәлән, ҡыҙҙар командаһы район беренселегендә еңеү яулай. Биләмәлә милли көрәш, самбо һәм дзюдо, грек-рим көрәше буйынса секциялар уңышлы эшләй. Унда шөғөлләнеүсе малайҙар, егеттәр яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, район, Урал аръяғы, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеүҙәр, призлы урындар яулай. Самбо, дзюдо буйынса тренер, спорт мастеры, самбо буйынса ил чемпионы, дзюдо, самбо буйынса республика, Рәсәй ярыштары еңеүсеһе Марсель Юлдашев, милли көрәш буйынса тренер, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар мәктәптә физкультура дәрестәрен алып барған Самат Намазкаев үҙ тәрбиәләнеүселәре, уларҙың уңыштары менән таныштырҙы. Йәш көрәшселәр келәмдә таҫыллығын, көс-ғәйрәтен күрһәтеп хайран ҡалдырҙы. Биләмәлә өҫтәл теннисына ла ҙур иғтибар бүленә. Март башында Темәс ауылында беренсе тапҡыр Темәс мәктәбе уҡытыусыһы Миңлеғолов Зөлфәт Хәмитйән улының яҡты иҫтәлегенә арнап Урал аръяғы райондарының өҫтәл теннисы буйынса асыҡ турниры үтә. Был ярышта барлығы 50 спортсы ҡатнаша. Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова белдереүенсә, биләмәлә спорт үҫешкән, төрлө спорт ярыштары даими ойошторолоп тора.

Серҙәш тә, кәңәшсе лә, рухи таяныс та булған китапҡа бәйле өсөнсө бүлектә Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур ҡарсыҡ” хикәйәһенән (Темәс модель китапханаһы), Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” пьесаһынан

(Һаҡмар ауылы китапханаһы), Рауил Бикбаевтың “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис” китабынан шиғри хәҙистәрҙән өҙөк (Таһир ауылы китапханаһы) сәхнәләштерелде. Шулай итеп, Сәләмәтлек эстафетаһының йәнә бер бите “яҙылды”. Алдағы аҙнала эстафета Аҡморон ауыл биләмәһенә тапшырыласаҡ.