Сәләмәтлек көндәлеге
Ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы тамам. 22-се булып сығыш яһаусы Ярат ауыл биләмәһе Сәләмәтлек көндәлеген үҙҙәре үткәргән сара тураһында мәғлүмәт менән тулыландырҙы һәм биләмә башлығы Йәрмөхәмәтов Фәннүр Тәлғәт улы етәкселегендәге делегация альбомды Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһына тапшырҙы. Баһалама комиссияһы рәйесе, китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы, баһалама ағзалары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Хәйретдинов Б.М., Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙелбаева С.М., китапхананың баш библиографы Арыҫланова Д.Ә. март, апрель, май айҙарындаауыл биләмәләрендә шаулап-гөрләп уҙған Сәләмәтлек байрамдары – эстафета сиктәрендә үткәрелгән сараларҙан тәьҫораттары менән бүлеште. Конкурсты ауыл биләмәләре дәррәү күтәреп алды, унда олоһо ла, кесеһе лә, төрлө быуын вәкилдәре, хатта ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа әүҙем ҡатнашты, үҙ биләмәләренең намыҫын яҡланы. Эстафета һөҙөмтәһендә һаулыҡ һаҡлау серҙәре, сәләмәтлеккә әйҙәүсе йолалар, күренештәр, оло быуын һүҙе, спорт яратыусы ғаиләләр, өлкәндәр, йәштәр, балалар билдәләнде; рухи сәләмәтлеккә, рухи байлыҡҡа өндәүсе китаптарҙан, әҫәрҙәрҙән фәһемле өҙөктәр сәхнәләштерелде.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған эстафетаны йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы көҙ айҙарына планлаштырыла.