logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Әбделкәрим ауыл биләмәһендә

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән эстафета сиктәрендә иҫәп буйынса 13-сө ауыл биләмәһендә Сәләмәтлек кисәһе ойошторолдо. Бикеш ауыл биләмәһе вәкилдәрен һәм баһалама комиссияһын “Түңгәүер” фольклор ансамбле һаулыҡҡа арналған таҡмаҡтары, мәктәптең йәш сәсәндәре сәләмәт тормошҡа әйҙәгән ҡобайыры менән сәләмләне.

“Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” бүлегендә күмәк көс менән әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим ителде. “Түңгәүер” коллективы ағзалары дарыу үләндәренең шифаһы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, мәтрүшкә, боланут, әлморон һ.б. шифалы үлән, емештәрҙән әҙерләнгән эсемлектәрҙең ниндәй ауырыуҙарға дауа булыуы хаҡында бәйән итте. Һәр үләнде, сәскәне, емеште үҙ ваҡытында йыйыу зарур. Күргәҙмәлә ошо яҡта үҫкән 60-ҡа яҡын төр дарыу үләне күрһәтелде. Ҡамыр ризыҡтары күргәҙмәһендә халҡыбыҙҙың бауырһаҡ,төрлө емеш-еләктән бәлештәр, сәк-сәк, ваҡ икмәк кеүек милли ризыҡтары урын алды. Ҡул эштәре оҫтаһы, шиғырҙар ижад итеүсе Файза Булатова милли ризығыбыҙ – талҡан тураһында файҙалы мәғлүмәт менән бүлеште. Ҡул тирмәне талҡанының өҫтөнлөгө тураһында әйтеп үтте. Талҡан – файҙалы матдәләргә, витаминдарға бай, бик туҡлылы ла. Алыҫ сәфәрҙәргә сыҡҡанда атай-олатайҙарыбыҙ талҡан алғандар, был ризыҡ тиҙ боҙолмай, күгәрмәй. Ҡыуат ауылы уңғандары һөт ризыҡтары күргәҙмәһен әҙерләгән. Еләкле май, күбек майын әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Әминә һәм Әхмәт Ишйәровтарҙың балға, Рима һәм Кәбир Ҡунсбаевтарҙың ҡымыҙға арналған, Солтанғолова Зөһрә һәм Ғәбиҙә Ҡунсбаеваның милли кейемдәр, биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бал, үлгән бал ҡорттарынан әҙерләнгән төнәтмә, прополис, ҡымыҙҙың шифаһы тураһында файҙалы мәғлүмәт бирелде.

Сараның сәхнәләге өлөшө мәғариф ветераны Сәйҙә Яманғолованың “Сәләмәтлек – Алаһтың бүләге” исемле сығышынан башланды. Хәҙистәргә, ислам дине ҡанундарына нигеҙләнеп Сәйҙә апай ауырыуға килтергән сәбәптәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды: самаһыҙ ашау, көнсөллөк һ.б. “Ҡөрьән китабы – үҙе дауа, йәштәребеҙ иманлы булып үҫһен”, – тип изге теләктәрен еткерҙе ул. Әнисә Фәррәхованың “Наркотиктар һаҙлығында” әҫәре сәхнәләштерелде.

Әбделкәрим ауыл биләмәһендә лә спорт һөйөүсе ғаиләләрҙең, спорт менән шөғөлләнгән балаларҙың, йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Биләмәнең волейбол, футбол буйынса йыйылма командалары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып уңыштар яулай. Әбделкәрим ауыл биләмәһен оҙаҡ

йылдар етәкләгән Һаҙый Кәримов, Чечняла хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән Илдар Булатов, милиция капитаны Рим Ишйәров иҫтәлегенә, балаларҙы, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуға ҙур өлөш индергән, мәғариф ветераны Ғилметдин Юлдыбаев исеменә һ.б. шәхестәргә арналған ярыштар даими ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә яугир уҡытыусылар иҫтәлегенә шашка һәм шахмат буйынса ярыштар башланған. Шашка уйыны оҫталарын бында балалар баҡсаһынан уҡ тәрбиәләйҙәр. Һәм маҡсатлы эштең һөҙөмтәләре лә һөйөндөрөрлөк: биләмә шашкасылары район, төбәк кимәлендә уңыштарға өлгәшә. Теннис, футбол, волейбол, еңел атлетика өлкәһендә еңеүҙәр яулаусы Рәмзил Әбдрәхимов, Юнир Сәйфуллиндар – урында йыйылма командалар туплап волейбол, футбол уйындарын ойоштороуға күп көс һалған. Ауылдан ситтә йәшәһәләр ҙә Әбделкәрим ауыл биләмәһендә спорт үҫешенә үҙ өлөшөн индерәләр, спорт ярыштары уртаһында ҡайнайҙар. Спорт һөйөүсе Гөлнара һәм Радмир Урмановтар ғаиләһенә лә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғаилә башлығы волейбол ярыштарында әүҙем ҡатнаша, балалар ҙа шашка, волейбол, теннис, көрәш уйындарын үҙ итә. Улдары Рәдиф һәм Ғәлим төрлө кимәлдә үткәрелгән спорт ярыштарында һынатмай. Бәләкәстәре Гөлдәриә гимнастика менән шөғөлләнә. Ағалы-ҡустылы Рәмзил һәм Ғәҙел Булатовтар ҙа спорт менән дуҫ. Сарала ҡатнашыусы Ғәҙел Булатов йүгереүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Оҙон дистанцияларға йүгереп, марафондарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Сәмле һәм маҡсатлы егет 25 апрелдә Сибайҙа үтәсәк полумарафонда ҡатнашырға әҙерләнә. Ғәҙел барыһын да спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Гимнастика менән шөғөлләнгән мәктәп уҡыусылары ритмик бейеү башҡарҙы. Ҡыҙҙар һығылмалыҡта оҫталыҡтарын күрһәтте, еңел генә шпагатҡа ултырҙы, таҫма, обруч менән күнекмәләр эшләне. Сараға “Миләш”, “Түңгәүер” коллективтарының сағыу, тематик сығыштары йәм өҫтәне. Әбделкәримдәр бөгөн эстафетаны Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.