logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Йомашта!

Сибай ауыл биләмәһе вәкилдәре биләмә башлығы Утарбаев С.С. етәкселегендә йомаштарға эстафета альбомын тапшырып, хужаларҙың Сәләмәтлек кисәһенә тамаша ҡылды. Ауылдың “Серҙәштәр” вокал ансамбле Сәләмәтлек йылына арналған таҡмаҡтары, скандинав таяҡтары менән йөрөүселәр дәртле флешмобы менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Артабан ауылға йәм, ҡот өҫтәүсе Фәриҙә һәм Кәрим Иҫәновтарҙың йорто менән таныштырҙылар йомаштар. Кәрим ағай – һәүәҫкәр рәссам, ағастан һындар яһай. Йорт эсен дә, тышын да картиналар биҙәй. Бынан тыш өйҙә хужа үҙ ҡулдары менән камин эшләгән, бер бүлмәлә тәбиғәтте дүрт миҙгелдә лә сағылдырып һүрәттәр төшөргән. Урамда пластик шешәләрҙән пальма “үҫтергән”, шешәләрҙең ҡапҡастарынан иһә зауыҡлы картина яһаған.

Сәләмәтлек сараһы биләмә хакимиәте, клуб һәм китапхана урынлашҡан бинала дауам итте. Йомаш мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары (етәксеһе – Айһылыу Юнысбаева) “Һаранбай менән Зиннәт ағай” башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Йәш артистар үҙ ролдәрен оҫта башҡарҙы, тамашасыға әҫәрҙәге төп фекерҙе еткерҙе. Күмәк көс менән ойошторолған күргәҙмәлә башланғыс кластар уҡытыусыһы Сәриә Аҡбулатова кәзә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ, төрлө сырҙар, ҡорот һәм шулай уҡ тәбиғи таштар менән биҙәлгән милли биҙәүестәр күргәҙмәһе тәҡдим итте. Кәзә һөтө – сәләмәтлек өсөн бик шифалы эсемлек, төрлө витаминдарға, микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, аҡһымға бай. Тын алыу юлдары, ашҡаҙан, эс-бауыр өсөн файҙалы. Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Зифа Иҫәнованың ҡымыҙы районда, республикала танылыу яулаған. Ағинәйҙәр ҡул эштәре, атҡа арналған һәм йылҡы итенән етештерелгән ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе – Х.Райманова, әүҙем ағзаһы – З.Тимербулатова), уңған хужабикәләр милли аш-һыу, шифалы үләндәр менән таныштырҙы. Йомаш мәктәбе уҡытыусыһы, Йәш техниктар станцияһының урындағы “Ағасты художестволы эшкәртеү” берләшмәһе етәксеһе Баййегетов Н.Ә. уҡыусыларҙың ағастан яһаған һындары, төрлө сувенир әйберҙәре менән таныштырҙы. Уҡыусылар станок ярҙамында яһаған һындар менән республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.

Сәхнәлә Ағинәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан “Ҡатыҡ тәмләшеү” йолаһы сағылдырылды. Ҡатыҡ, ҡатыҡтан ҙерләнгән ризыҡтарҙың шифалы үҙенсәлектәре, әҙерләү серҙәре, йомаҡтар ҡойоу, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы был күренеш. Ҡатыҡ – һуғыш осоронда күптәрҙе туйындырған төп ризыҡтарҙың береһе.

Спортҡа, сәләмәт тормошҡа арналған бүлектә сәхнәгә Юлыҡ ауылы спортсылары –Нияз Зәйнәғәбдинов, Миңлебаевтар, Дәүләтбаевтар, Мансур Ҡунсбаев күтәрелде. Нияз Зәйнәғәбдинов менән Рөстәм Дәүләтбаев милли көрәш буйынса 2020 йылда Ҡазанда республиканың йыйылма командаһы составында шәхси беренселектә 2-се урын яулай. Дәүләтбаевтар ғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсирен саңғы спортын, Гүзәл волейбол, баскетбол уйындарын үҙ итә. Ғаилә башлығы Илфат Миңлебай улы – көрәш буйынса тренер. Солтан менән Бари Миңлебаевтар йәш көрәшселәр. Солтан республика ярышында еңеү яулай. Сәхнәлә көрәш элементтары күрһәтелде. Борис, Барый Миңлебаевтар ғаиләләре “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” район бәйгеһендә уңышлы сығыш яһай. Борис Фәйрүз улы ярыш аттары үрсетә, һыбайлы Мансур Ҡунсбаев ат ярыштарында ҡатнашып призлы урындар яулай.

“Китап – рухи сәләмәтлек һаҡсыһы” бүлегендә Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелде. Сараға Солтан һәм Аслан Миңлебаевтарҙың, “Серҙәштәр”, Ағинәйҙәр коллективтарының йырлы-моңло сығыштары йәм өҫтәне.
Фотоларҙы түбәндәге һылтанмаға баҫып ҡарарға https://vk.com/album-36585846_280726034