“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Түбәлә!
Йомаш ауыл биләмәһе делегацияһы биләмә башлығы Йәнбирҙин Р.Р. етәкселегендә Түбә ауылына эстафета тапшырҙы, түбәләр үҙ сиратында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған сара үткәрҙе. Түбәләр элек-электән оҫта быйма баҫыусылары менән билдәле. Клуб фойеһындағы күргәҙмәлә тәү сиратта хужалар Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, быйма баҫыусы Фәрзәнә Мөхәмәтғәлина, уның ҡул эштәре – сәскәләр, биҙәктәр төшөрөлгән быймалар, быймабаштары, ат, республика әләме төшөрөлгән кейеҙ картиналар менән таныштырҙы. Фәрзәнә апай быйма баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ағинәйҙәр ҡул эштәрен тәҡдим итте. Күптән түгел сарыҡ эшләргә өйрәнгәндәр. Любовь Сибряеваның ирланд техникаһы менән бәйләнгән (ирландская вышивка) күлдәктәре, кофталары күҙҙең яуын алып торҙо. “Өй йәме” һәм “Ер еләге” түңәрәктәренең ҡул эштәре, бай йөкмәткеле милли аш-һыу ризыҡтары, шифалы үләндәр, Юлай Үлйәбаевтың талдан үрелгән кәрзин, һауыт-һаба һәм башҡ көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре лә иғтибарҙы йәлеп итте.
Сәхнәлә биртек йыйыу йолаһы сағылдырылды. Сығыш яһаусы Рима Ғибәҙәтова биртек йыйыу йолаһының шифаһы тураһында һөйләне, биртек йыйып, биле ауыртҡан кешене һыйлап, ыуып, уға еңеллек килеүе хаҡында тормоштан миҫалдар килтерҙе. Сафия Мәүлитова күҙ тейеүҙән доғалар уҡыны.
Ауылдың спорт тормошо менән биләмә башлығы Хәлитова Әлфирә Самат ҡыҙы таныштырҙы. Түбәлә элек-электән спортҡа айырым иғтибар бүленә, тине сығыш яһаусы. 1925-1926 йылдарҙа Константин Сальманов етәкселегендә ауылда спорт хәрәкәте старт ала. Йәштәр үҙ көстәре менән стадион төҙөй, яҡын-тирәләге ауылдар, ҡаланан командалар саҡырып, ярыштар уҙғарыла. Яҡуп Йәнтилин 1934 йылда Урал-Кузбасс спартакиадаһында 100, 800 метрлыҡ дистанцияларҙа йүгереү буйынса еңеү яулай. Василий һәм Ольга Аносовтар, Мария һәм Павел Леоновтар, Охотников, Долгоногова, Йәнтилин, Ғайсин, Буранбаевтар 1935 йылда Чита ҡалаһында үткән Бөтә Союз спартакиадаһында ҡатнашып еңел атлетика буйынса призлы урындарға сыға. Ауылда әле волейбол, баскетбол, хоккей кеүек команда уйындары айырыуса үҫешкән, 2015 йылдан хоккей ҡумтаһы эшләй. Аксенов Валерий Викторович етәкселегендәге “Ҡараташ” хоккей командаһы район, район-ара ярыштарҙа ҡатнашып һәр саҡ алдынғылар рәтендә сығыш яһай. Артабан һүҙҙе команда тренеры Валерий Аксенов дауам итте. Команданың йәш һәм өлкәндәр составы бар. Йәш хоккейсылар тәүге йылдарҙа Баймаҡтың “Комета” командаһынан ярыштарҙа еңелһә лә, ныҡышмалылыҡтары, еңеүгә ынтылыштары үҙенекен итә, бөгөн улар башлыса еңеү яулай, район йыйылма командаһы составында “Ҡараташ”тан 7 кеше уйнай. Түбә хоккейсылары “Гильза” фильмында төшкән. Быйыл Асҡарҙа үткән беренселектә “Ҡараташ”тың йәш хоккейсылары төрлө райондарҙан һәм ҡалаларҙан йыйылған 7 команда араһында Магнитогорск хоккейсыларынан ғына еңелеп, 2-се урын яулай. Муниципаль район хакимиәте командаға ҡапҡасы экипировкаһын бүләк итә. Йәнә бер комплектты хоккейсылар үҙ тырышлығы, халыҡ ярҙамы менән һатып алған. Уйынсыларҙың экипировкаһы ла күмәк көс – уйынсылар, команда тренеры, ауыл халҡының, ҡырҙа эшләп йөрөүсе ауылдаштарҙың тырышлығы, хакимиәт ярҙамы менән алына.
“Китап – рухи сәләмәтлек һаҡсыһы” бүлегендә түбәләр Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Ҡайт, ҡотом, ҡайт!” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Ҡатын-ҡыҙ эскелеге – айырыуса әсендергес. Йәшел йыландан арбалған ҡатын үҙ асылына ҡайтырмы? Сара “Рябинушка”, “Өй йәме” ансамблдәренең, Гөлдәр Халфинаның сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.