logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Мерәҫтә!

Семеновск ауыл биләмәһе вәкилдәре биләмә башлығы Сәләимов Рәсүл Фәрит улы етәкселегендә Мерәҫ ауылына эстафета альбомын тапшырып, хужаларҙың сәләмәтлек кисәһенә тамаша ҡылды. Эстафета-конкурс сиктәрендә 21-се ауыл биләмәһендә бай йөкмәткеле сара үтте. Тамашасыны “Етегән” фольклор ансамбле йырлы сәләме менән ҡаршыланы. Мәҙәниәт йорто фойеһында 12-се миҙгел умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Данил Усманов ҡортсолоҡтағы кәрәк-яраҡтар, бал һәм уның менән дауалау ысулдары тураһында һөйләне. Буҙа (Зәкирә Нәҙербаева), кәзә һөтөнән әҙерләнгән ризыҡтар, кәзә ҡымыҙы (Фирҙәүес Сырлыбаева), төрлө емешле ҡаймаҡтар, майҙар (Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова), ат егеүҙәге кәрәк-яраҡтар (Зәбир Рәхмәтуллин), биләмәнең спорт ҡаҙаныштары, шифалы үләндәр, З.Ҡаһарманова һәм З.Нәҙербаеваның сағыу ҡул эштәре күргәҙмәләре, боронғоса йыйыштырылған мөйөш (“Етегән” фольклор ансамбле) – барыһы ла иғтибарҙы йәлеп итте.
Сараның сәхнәләге өлөшө оҙон ғүмер кисергән хеҙмәт ветераны, һауынсы, оҫта балаҫ һуғыусы Хәмиҙә Кәримованың 96 йәштә башҡарған оҙон көй аудиояҙмаһын тыңлауҙан башланды. Аудиояҙма – ысын мәғәнәһендә ҡомартҡы, 86 йәшендә халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә ҡатнашып, лауреат исемен алыусы Хәмиҙә Кәримованан киләсәк быуынға аманат, һоҡланғыс оҙон ғүмер кисереүенең сәләме кеүек яңғыраны. Биләмәнең 10-сы тиҫтәне ваҡлаған, ғүмерҙәре тырыш хеҙмәт менән үткән Герой-әсәләр тәбрикләнде. Сәләмәтлектең, әүҙем оҙон ғүмерлелектең өлгөһө булған Нәҙербаева Мөбинә, Вәлләмова Сәмсинур, Тутаева Йомабикә инәйҙәргә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Мортазина З.В. район ҡатын-ҡыҙҙар советының рәхмәт хаттарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ залда ултырыусы күп балалы, 7,8, 9, хатта 11, 13 бала тәрбиәләгән һәм һоҡланғыс ғүмер юлы үткән әсәләргә, оҙон ғүмерле олатайҙарға алҡыштар оҙатылды. Артабан төрлө йылдарҙа халыҡтың һаулыҡ һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Ауыл биләмәһе башлығы Нәҙербаев Сәйет Мөхтәр улы шәфҡәт туташтары көнө уңайы менән уларҙы байрам менән ҡотлап, рәхмәт хаттары тапшырҙы, изге теләктәрен еткерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡ халатлы бәләкәстәр- балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе.
Ағинәйҙәр халҡыбыҙҙың милли аш-һыуының шифаһы тураһында бәйән итте. Һәр тәҡдим ителгән ризыҡ тураһында файҙалы мәғлүмәт еткереп, таҡмаҡ әйтте ағинәйҙәр. Иретелгән май элек-электән киң ҡулланылған. Ҡымыҙ – үпкә ауырыуҙарынан дауа. Рус яҙыусылары, ғалимдары фәҡәт ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн Башҡортостанға йыш килгән. Ҡороттоң да файҙаһын әйтеп бөтөргөһөҙ. Һуғыш йылдарында бесән әҙерләү, иген үҫтереү, ағас ҡырҡыу кеүек ауыр эштәрҙә егелеп эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға кеҫәләрендә йөрөткән кипкән ҡорот көс, тәндәренә сихәт биргән. “Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” бүлегенә етенсе тиҫтәне ваҡлаған Салауат Ямантаевтың дәртле бейеүе йәм өҫтәне.
Мерәҫ ауыл биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр бихисап, тине алып барыусылар. Сәхнәгә бер-бер атлы төрлө йәштәрҙәге спортсылар күтәрелде. Иң спортсы ғаилә булып бер туған ағалы-ҡустылы Йәнтүриндар ғаиләһе танылған. Нәфисә һәм Фәтҡулла Йәнтуриндарҙың алты улы ла спортҡа һөйөү менән үҫә. Иң өлкәндәре Айрат Йәнтурин оҙаҡ йылдар спорт менән шөғөлләнә, биләмәлә спортты үҫтереүгә арнаған шәхес. Айрат Фәтҡулла улы бер туған ҡустылары Таһир, Ғәйфулла һәм ауылдаштары Нәҙербаев Сәғит менән 1991 йылда хатта Мәскәү ҡалаһында үткән мини-футбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Йәнтүриндарҙың һәр береһе төрлө спорт төрҙәре буйынса еңеүҙәр яулай, ваҡытында район чемпиондары була. Ауылда “Ылаҡ” уйынын ойоштороусы, ат спорты, көрәште үҙ иткән Зәбир Рәхмәтуллин да – ауылдың ғорурлығы. Улы Вәлиулла Рәхмәтуллин ат спорты менән шөғөлләнә, ат биатлонында уңышлы сығыш яһай, республика чемпионы. Зәбир Рәхмәтуллиндың ҡыҙҙары волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Заһир Йәнтүрин, Таһир Йәнтүрин, Нотфулла һәм Сәриә Йәнтүриндар, Фәннүр Вәлләмов, Шәриф Ямантаев, Юлай Сәйғәфәров, Алтынай Ямантаева, Гөлсирен Ғазина һәм башҡаларҙың спорттың төрлө өлкәһендәге ҡаҙаныштары – биләмә ғорурлығы. Туп менән төрлө күнекмәләр эшләгән балалар сығышы спортсыларға арналды.
Китап – рухи сәләмәтлек һаҡсыһы. Артабан биләмәлә иң күп китап уҡыусылар тәбрикләнде. Уларҙың береһе, мәғариф ветераны Ҡаһарманова Зәлифә Ишбулды ҡыҙы китап уҡыған кешенең донъяға ҡарашы үҙгәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәммәһен дә, айырыуса үҫеп килгән быуынды китап менән дуҫ булып, гәзит-журналдар, китап уҡырға, рухи сәләмәтлектә йәшәргә өндәне. Мәктәп уҡыусылары уҡырға саҡырған, китапҡа арналған шиғырҙарҙан өҙөктәр һөйләне. Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡыҙыл итек” хикәйәһенән сәхнәләштерелгән өҙөк күңелдәрҙе тетрәтте. Бала күңеле – һаҡһыҙ ҡағылһаң, быялалай ыуалырға тора. Өлкәндәр балаларҙың шәхес булып, һау-сәләмәт үҫеүенә яуаплы, тик барыһы ла был яуаплылыҡты тоймай, үкенескә ҡаршы. Сара “Бесәнселәр” бейеүе менән тамамланды. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мерәҫ биләмәһендә ошо тәбиғәттән көс, дәрт алып, урманында тәндәренә һәм йәндәренә сихәт өҫтәп, Ирәндек тауын бар бәләләрҙән ҡалҡан итеп йәшәүселәр физик һәм рухи сәләмәтлек һағында тороуын күрһәтте. Киләһе сара – Яратта!