logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Шүлкәлә З. Аҡназаров иҫтәлегенә бағышланған хәтер кисәһе үтте

Шүлкә ауылында бөтә республикала, Рәсәй кимәлендә танылған, абруй ҡаҙанған күренекле дәүләт эшмәкәре, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған хәтер кисәһе үтте. Кисәлә күренекле шәхестең улдары Фәнил һәм Камил Аҡназаровтар, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙы Сирғәлина, ауыл халҡы ҡатнашты. Быйыл оло шәхестең вафатына – 20 йыл. Башҡортостан халҡы Зекериә Шәрәфетдин улының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Уның исемен ауыл мәктәбе йөрөттө. Шүлкәлә, Баймаҡта, Өфөлә Аҡназаров урамдары бар, район хакимиәте бинаһында һәм башҡалала ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Бынан тыш Шүлкә ауылында Зекериә Аҡназаровтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған музей бар.