Шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева менән осрашыуҙар үтте.
Бөтә донъя Шиғриәт көнө уңайынан Билал китапханаһында һәм Түбә мәктәбендә шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева менән осрашыуҙар үтте. Түбә мәктәбенә Һаҡмар мәктәбе уҡыусылары ла ҡунаҡҡа килде. Унда шулай уҡ Түбә, Һаҡмар ауылы китапханасылары Гөлнур Дилмөхәмәтова һәм Ғәлиә Мәһәҙиева ҡатнашты. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры урынбаҫары, китапхана эшен ойоштороу һәм үҫтереү бүлеге мөдире Дилара Зәки ҡыҙы Сәфәрғәлина уҡыусыларға бик хикмәтле бер Көнсығыш хикәйәтен һөйләне. Имеш, бер батша төшөндә һылыуҙарҙан һылыу, сибәрҙәрҙән сибәр ҡыҙҙы күрә һәм, уянғас, хеҙмәтселәренән шул ҡыҙҙы табып килтереүен һорай. Әммә, уның һылыулығын әйтеп еткерә алмауы арҡаһында, килтергән бер ҡыҙ ҙа уның төшөндәге сибәркәйгә яҡын да килмәй, имеш. Аҙаҡ ул: “Мин уның һылыулығын асыр өсөн шағирмындыр шул? Шағир килтерегеҙ!” – тип таптыра. Шағирҙар ғына кешенең күңел ҡапҡаларын шаҡыу һәләтенә эйә икән, баҡһаң. Бына шундай юғары нотала асылған кисәләрҙә Айгөл Рамаҙан ҡыҙының ижад юлының нисек башланып, ниндәй үҫештәргә илтеү тарихы бәйән ителде, шағирә гитарала уйнап үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы. Уның ижади тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған журналист Тәфтизан Ушанов, шағирҙар Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Рәсимә Ураҡсина, легендар “Дәрүиш-хан” рок төркөмө һәм уның солисы Дим Мәннән менән танышыу тарихтарын ул ҡыҙыҡлы итеп бәйән итте. Әйткәндәй, был тарихтар былтыр сыҡҡан “Ҡарағай менән аҡ бейеү” китабына ла инеүенә баҫым яһалды. Шағирә Билал мәктәбендә бер йыл уҡып китеүе дәүерендә уҡытыусыһы Гөлдәр Юлмөхәмәтова етәкләгән “Ижади ынйылар” түңәрәгендә шөғөлләнә. Гөлдәр Фазлиәхмәт ҡыҙы ошо түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыусыларының ваҡытында иң күп китап уҡыусылар булыуын, уларҙың төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан ижад емештәрен йыйып барыуын, хатта китап сығарыу теләге барлығын әйтеп, ҡулы аҫтында шундай уҡыусылар белем алыуына ғорурланыуын белдерҙе. Шағирә уҡытыусыһына былтыр сыҡҡан “Йөрәгемдәге йырым” китабын бүләк итһә, Гөлдәр ханым уға ап-аҡ суҡлы яулыҡ бүләк итте.
Түбә мәктәбе уҡытыусыһы Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡова Сибай педколледжына Айгөл Ишемғужина менән бер ваҡытта уҡырға инә, бер бүлмәлә йәшәйҙәр һәм әлегәсә айырылмаҫ дуҫтар, әхирәттәр. “Шундай әхирәтем булғанға ҡыуанам”, – тине ул. Кисәлә ҡатнашҡан Билал мәктәбе уҡыусыһы, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе Юлдаш Булатов, Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы – район ижади шиғыр конкурстары лауреаты Фәнис Бәҙретдинов, Түбә мәктәбенән Сыңғыҙ Үтәбаев шиғыр ижад итә икән. Шиғриәт көнөндә улар ижад тигән илһамлы донъяла ҡайнау – үҙе бәхет икәнен үҙҙәре өсөн асҡандарҙыр, моғайын.