logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

? Шағир, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл

?Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Ул әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә. 1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКОның Г.Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына лайыҡ була. Сафуан Әлибев йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Төрлө йылдарҙа республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы, республика Балалар фонды рәйесе урынбаҫары була. Г.Сәләм исемендәге премия лауреаты Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемен йөрөтә. С.Әлибаевтың исеме “Лучшие люди России” энциклопедияһына ингән һәм яратҡан шағирыбыҙ Башҡортостан президенты Указы менән Салауат Юлаев ордены менән наградланды.
✍?
Шағир Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуына ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мәктәп уҡыусылары араһында шағирҙың ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр видеоконкурсы ойошторҙо. Унда ҡала һәм ауылдарҙан йәмғеһе 33 бәйгесе – урындарҙа үткәрелгән 1-се тур еңеүселәре ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре:
1-се категория (1-4 класс уҡыусылары араһында):
1-се урын – Байегетова Мәликә (1-се кл., Таулыҡай)
2-се урын – Хәсәнова Нургизә (2-се кл., Ярат)
2-се урын – Утарбаева Гөлшат (3-сө кл., Иҫке Сибай)
3-сө урын – Әйүпов Илйәр (2-се кл., Ишмырҙа)
3-сө урын – Сәфәрғалина Азалия (4-се кл., Күсей)
3-сө урын – Сахина Инзилә (4-се кл., Күгиҙел)

2-се категория (5-8 класс уҡыусылары араһында):
1-се урын – Шахморатова Рәзинә (8-се кл., Темәс)
2-се урын – Сыңғыҙова Рәсимә (5-се кл., Ҡолсора)

3-сө категория (9-11 класс уҡыусылары араһында)
2-се урын – Әфләтүнова Нурзилә (10-сы кл., Әбделкәрим)
Видеоконкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла киләсәктә лә йөрәктәрендә шиғриәткә һөйөү йөрөтөүҙәрен, рухлы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!