logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Шағир, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев менән “ЙӘН”ЛЕ осрашыу

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ яҙыусы, шағир, арҙаҡлы драматург, популяр балалар яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан, Татарстан һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған утыҙҙан ашыу пьеса, егермегә яҡын китап авторы Наил Әсҡәт улы Ғәйетбаев менән ошо исемле кисә үтте. Унда авторҙың ижад юлына байҡау яһалды, ғаилә, тормош, хәҙерге заман проблемаларынан сығыу юлдары тураһында һөйләшеү ойошторолдо. Быйыл “Ағиҙел” журналында, “Башҡортостан”, “Даирә” гәзиттәре биттәрендә донъя күргән “Йән” романы тураһында фекер алышыу бик тә ҡыҙыҡлы булды, төрлө уй-фекерҙәр яңғыраны.
Роман беҙгә Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ерлегендә яҙылыуы менән ҡиммәт. Ул да, авторҙың башҡа әҫәрҙәре кеүек үк, халыҡсан телле, бер нисә сюжет линияһы мауыҡтырғыс үҫешә һәм көтөлмәгәнсә киҫешә. Эпиграфынан уҡ һиҫкәндерә. Унда Ҡөрьәндән һәм М.Булгаковтың “Оҫта һәм Маргарита” романынан һылтанмалар килтерелгән. Ә роман үҙе тәүге биттәренән үк күңелде йолоп ала. Кешенең йәне үлгәндән һуң ҡайҙа була? Кеше үлеп терелгәндә йәне ниҙәр күреп өлгөрә? Ни өсөн үлтерелгән кешенең йәне тынғыһыҙ була? Кешенең йәне был донъяға башҡа кешенең тәне менән килә аламы? Кешенең йәнен саҡырып, уға һорауҙар бирергә буламы? “Йән” романында ошо һәм башҡа бихисап ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап табырға була. Был әҫәрҙе уҡығандарҙың күбеһе дин юлына баҫыуы мөмкин. Кемдәрҙеңдер авторҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән килешмәүе лә ихтимал. “Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә яҙыусы Борис Хәйретдинов романда яҙылған кеүек үк үҙенең дә клиник үлем кисереүе, үҙенең тәнен өҫтән күреүе тураһында һөйләне, әммә әҫәрҙә Фәхриназ кешенең йәнен саҡырған саҡта ауылдың “сәйер кеше” ҡушаматлы Ғәйнулланың был күренешкә түбән йәндәрҙең ҡыйыҡ башында йәшәй тигәне менән килешмәүен бәйән итте. Әйткәндәй, Борис Хәйретдиновтың үҙенең дә “Мәрткә китеү йоҡлауҙы аңлатамы?” тип аталған мауыҡтырғыс яҙмаһы интернет киңлектәрендә бик популяр яҙмаларҙың береһе. Ҡаратал мәктәбе директоры, Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рим Йәнбирҙин атеист булып үҫкән быуынға бындай романды ҡабул итеүе ауырыраҡ булыуы, шулай ҙа һуңғы йылдарҙа йәндәр тураһында яҙыу, телевизорҙан күрһәтеү модаға әйләнеп барыуы, был өйрәнелмәгән теманың төпһөҙ һәм сикһеҙ булыуы хаҡында һөйләне. Әүҙем китап уҡыусыларыбыҙҙың береһе Варис Буранбаев көслө башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡыуы, улар йыйылып китһә, йыш ҡына китапханаға бүләк итеүен хәбәр итте. “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзалары Хазина Исҡужина һәм Рәйсә Иҫәнбаева башҡорт әҙәбиәтендә лә ошо теманың үҫешә барыуын, быға тиклем Әхмәр Үтәбайҙың “Тыштағы зыярат” романында күрһәтелеүен, яңыраҡ Әминә Яхинаның “Күктәргә осто йәнем” повесында сағылыуын, ә инде Наил Ғәйетбаевтың романында уның фэнтези жанры менән аралашып китеүен телгә алдылар, дауамы буламы-юҡмы тип ҡыҙыҡһындылар. Автор: “Мөхәббәт тураһында күпме генә яҙып булһа ла, йән тураһында мин яҙа торғанымды яҙып бөттөм”, – тип аңлатты. Мәғариф ветераны Вәсимә Ямантаева романға ентекле ҡылыҡһырлама яһаны.
Матбуғат ветераны, оҙаҡ йылдар “Октябрь байрағы”, “Һаҡмар” гәзиттәренең яуаплы секретары булып эшләгән Хәйризаман Үтәев, үҙе килә алмаһа ла, сәләмен еткереүҙе үтенде. Ҡасандар улар Наил Ғәйетбаев менән бергәләп шахмат уйнаған һәм уйын ничьяға тамамланған. Шунан алып Хәйризаман Зиннәт улы Наил Ғәйетбаевтың әҫәрҙәрен уҡып бара икән. Ул “Йән” романын уҡыған, әҫәр уға ныҡ оҡшаған һәм ул шулай тип сәләм еткерҙе. “Гармония” клубы ағзаһы Рита Ҡоланбаева үҙе лә шахмат уйнарға ярата икән, авторҙан: “Еңелгәнегеҙ бармы? Еңелеүҙе нисек кисерәһегеҙ?” – тип һораны. Рекордтар ҡуйғанға тиклем Наил Ғәйетбаев та еңелеүҙәргә дусар булып, ауыр кисергән, күп уҡыған, үҙе өҫтөндә эшләгән. Шахматта, еңел атлетикала, саңғы ярыштарында еңеү уға әҙәбиәттә лә һәр жанр ҡаяһын яуларға һәм еңергә ярҙам иткән. Ысынлап та, йөрәгендә Баймағы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән кеше илке-һалҡы ғына эшләй, ижад итә, еңелә алмай. Тәүге сынығыуҙы спортта алыу, рекордтар ҡуйыу артабан башҡа йүнәлештәрҙә лә яңы бейеклектәргә, рекордтарға әйҙәй торғандыр.
Наил Әсҡәт улының сикһеҙ талантына һоҡланып, тәрән фәлсәфәүи ижады өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, киләсәктә лә арымай-талмай ижад итеүен, Әҙәбиәт күгендә сағыу йондоҙ булып осҡондар сәсеп балҡыуын теләйбеҙ. Шулай итеп осрашыу кисәһе йәнле лә, “Йән”ле лә үтте.