logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Шиғриәт көнө

👉🏻“Айыуҡай” балалар баҡсаһында Бөтә Донъя Шиғриәт көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Кисәне алып барыусы Гөлфирә Әсәҙуллина, барыһын да байрам менән ҡотлап, уның килеп сығышы менән таныштырҙы. 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә.
Артабан балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре – Гөлфирә Әсәҙуллина, Гөлсиә Ноғоманова, Ләйсән Иманғолова, Ләйсән Тимербулатова, Гөлсөм Әлбәкова үҙҙәре ижад иткән бик матур шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Гөлсөм Әлбәкованың шиғырҙарына йырҙар ҙа яҙылған. Шуларҙың береһе – “Айыуҡай” балалар баҡсаһының гимнын (көйө авторы – Йыһаннур Ҡарасурин) – күмәкләп йырлап та ишеттерҙеләр. Зилә Уразбаева: “Элегерәк яҙыша инем, хәҙер күберәк уҡырға яратам”, – тип бүлеште. Гөлдәр Байымова: “Элек, интернет булмаған саҡта, көндәлектәр яҙа инек, ҡыҙҙар, дәфтәр тотоп, бер-беребеҙгә иҫтәлектәр яҙыша торғайныҡ. Шиғыр кешенең уйҙарын тәртипкә килтерә, математика фәне кеүек, бер ҡалыпҡа һала, тип уйлайым”, – тип бик матур фекер әйтте.
Улар күптәре бала саҡтан яҙыша, әле эш буйынса ижад итә, дәрестәрҙә балаларҙың иғтибарын яулар өсөн үҙҙәренең ижад емештәрен ҡуллана икән. Бынан тыш барыһы ла шиғыр уҡырға яратыуы менән уртаҡлашты. Балалар баҡсаһы коллективы йыш ҡына шиғыр уҡып видеолар яҙҙырып, төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Кисәлә ҡатнашыусылар иғтибарына коллектив менән берлектә һөйләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Имән” шиғырының видеояҙмаһы тәҡдим ителде.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетова яҡташ шағирә Сәкинә Тотманованың ҡатын-ҡыҙҙарға хас нескә хисле “Ғүмер – үҙе бик матур бүләк” исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Айгөл Иҙелбаева берекмә ағзаларының китаптары менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡыны, үҙе яҙған йырҙарҙы гитарала уйнап йырлап ишеттерҙе.