Шифалы дарыу үләндәре
#Библиолето2023
#Шифалы_дарыу_үләндәре
#Әбделкәрим_ауыл_китапханаһы
Дарыу үләндәре элек-электән киң ҡулланылған. Әммә ҡайһыһының ниндәй сирҙән килешкәнен, ҡасан йыйһаң файҙаһы ҙур булыуын һәр кем белеп еткермәй.
Әбделкәрим ауыл китапханаһы янында асыҡ һауала “Шифалы дарыу үләндәре” исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Китапханасы балаларға дарыу үләндәренең шифаһы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, мәтрүшкә, аҡ сәскә(ромашка), бәпембә, юл япрағы һ.б. шифалы үләндәрҙең ниндәй ауырыуҙарға дауа булыуы хаҡында бәйән итте. Балалар Р.Әхмәтовтың “Одолень-трава”, В.Ғүмәровтың “Башҡорт халыҡ медицинаһы”, Д. Шәрәфетдиновтың “Йәшел байлыҡ”, С. Йәнтуриндың “Башҡортостандың йәшел аптекаһы” китаптары менән танышты.
Үҙҙәре белгән дарыу үләндәре тураһында ла һөйләп үттеләр, шифалы үҙенсәлектәрен китаптан табып уҡып күрһәттеләр.
Үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң – дарыу, белмәһәң – ағыу” тигәнде оноторға ярамай.