logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сценарийҙар конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты, шағирә, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Ҡәйепованың (Лилиә Һаҡмар) юбилейына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған сценарийҙар конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Конкурс ярты йыл буйына бик әүҙем барҙы, 34 авторҙан 45 сценарий килде. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге үҙебеҙҙең райондан булһа ла, шулай уҡ Шишмә, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан да эштәр килеүе һөйөнөслө. Ижади эштәрҙе яҡташыбыҙ Лилиә Һаҡмар етәкселегендәге жюри баһаланы.
Йомғаҡлау кисәһендә Лилиә Һаҡмар оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шулай итеп, конкурстың еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
Сценарийҙар конкурсының “Борон-борон заманда” номинацияһында 1-се урынды Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан Лилиә Әнүәр ҡыҙы Салихова, 2-се урынды Баймаҡ ҡалаһы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Раушания Рәфҡәт ҡыҙы Хазеева һәм 3-сө урынды Ҡаратал ауылы китапханасыһы Гөлдәр Нәсих ҡыҙы Янбаева яуланы.
“Йолаларыбыҙҙа – асылыбыҙ” номинацияһында 1-се урынға иһә Күгиҙел ауылынан Әлиә Дауытбаева сыҡты. 2-се урындарға Билал ауылынан Райхана Булатова, Аҡморондан Раушания Баййегетова, Йомаштан Альбина Аҡбулатова лайыҡ булды. Ә Ярат ауылынан Зифа Аҡсарина һәм Ишей ауылынан Миңзифа Ишдәүләтова 3-сө урын алды.
“Шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ” номинацияһында 1-се урынды Өфө ҡалаһынан Алһыу Исчурина (Йәғәфәрова) яуланы. Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан Лилиә Салихова 2-се урынға сыҡты. Ә Сыңғыҙ ауылынан Миңзәлә Шахморатова һәм Ишмөхәмәт ауылынан Асия Үлйәбаева 3-сө урынға лайыҡ булды.
“Атайсалым – берҙән-берем” номинацияһында 1-се урынды Мерәҫ ауылынан Бәҙерниса Хәмитова яуланы. Ниғәмәт ауылынан Гөлбикә Кейекбаева 2-се урынға лайыҡ булды. Беренсе Этҡол ауылынан Гөлсинә Ҡасҡынова һәм Йылайыр районы Йылайыр ауылынан Зөмәрә Аҡҡужина 3-сө урындө урындарҙы бүлеште.
Еңеүселәргә Лилиә Ҡәйепова алып килгән “Тамаша” журналдары, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы әҙерләгән бүләктәр, шулай уҡ БР Яҙыусылар ойошмаһының элекке рәйесе Зәки Әлибаев әҙерләгән китаптар бүләк ителде. Бынан тыш Лилиә Зәйнулла ҡыҙы үҙе әҙерләгән приздарҙы ла эйәләренә тапшырҙы. Әйткәндәй, еңеүсе дипломы алыусы эштәр, йәғни һәр номинациянан 1 сценарий, 2023 йыл дауамында “Тамаша” журналында баҫыласаҡ.