logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Тәңкәле ҡыҙ конкурсы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Был аҙна барышында конкурстың зона этаптары үтәсәк. Бөгөн Беренсе Этҡолда тәүге зона бәйгеһе ойошторолдо. Унда Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай, Беренсе һәм Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Бикеш, Ҡуянтау ауылдарынан 14-20 йәшлек ҡыҙҙар бәйге тотто. Береһенән-береһе матур, һылыу, үткер, сая ҡыҙҙар үҙҙәре менән үҙенсәлекле таныштырҙы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Стилләштерелгән милли кейемдә дефиле – бәйгегә матур биҙәктәр өҫтәне. Конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар милли аңлы, рухлы, үткер, сая, аҡыллы, белемле булыуҙары, яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадын яҡшы белеүҙәре менән тамашасыларҙы арбаны. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Икенсе Этҡолдан Ғибатова Линара яуланы, 2- се урында – Мәхмүтова Нәзилә (Сыңғыҙ) һәм Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт), 3-сө урында – Мәхмүтова Ләйсән (Беренсе Этҡол). Үтәбаева Илзинә (Буранбай) – “Гүзәллек”, Әминева Сөмбөл (Үрге Яйыҡбай) – “Наҙлыҡай”, Баййегетова Миңдинә (Таулыҡай) – “Телһөйәр”, Маликова Алина (Ҡуянтау) менән Астафьева Карина (Бикеш) – “Өмөт” номинацияларында диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Һәр ҡатнашыусыға “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының символы – сулпы тапшырылды. “Гөлнәзирә” фольклор ансмабленең, Алһыу Байымова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлфиә Тойғонова, Гөлшат Галинаның сығыштары сараға йәм өҫтәне.
Алдағы көндәрҙә “Тәңкәле ҡыҙ” зона бәйгеләре Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында уҙасаҡ.