Тәңкәле ҡыҙ конкурсы 2024
Темәс ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Муллаҡай, Түбә, Темәс, Һаҡмар, Ҡолсора, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Таһир ауылдарының дәртле, сая, рухлы ҡыҙҙары ҡатнашты. Конкурстың шарттары буйынса башҡорт телендә визитка, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, Башҡортостан мәҙәниәте тураһында, Т.Ғарипова ижадына бәйле һорауҙарға яуаптар, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге бер геройы образында сығыш яһау һәм стилләштерелгән милли кейемдә дефиле булды.
Сара ойошҡанлы үтте. Ҡыҙҙар ентекле әҙерләнгән. Кисәгә Темәс мәктәбе уҡыусыларының бейеүе, Айгөл Урмантаева һәм Венера Буранғолованың йырҙары, шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктең “Ғилмияза” һәм яңы ойошторолған “Умырзая” фольклор ансамблдәренең сығыштары йәм өҫтәне, конкурс положениеһында ҡаралмаһа ла, ансамбль ағзаларының сағыу ҡул эштәре күргәҙмәһе фойены биҙәне.
Йәшлек, саялыҡ, гүзәллектә көс һынашҡан “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының еңеүселәре түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Зөһрә Шәйәхмәтоваға (Ҡолсора),
2-се урын – Айнагөл Урмантаеваға (Темәс),
3-сө урын – Нургизә Иҫәнбаеваға (Түбә) бирелде.
Күгиҙел ауылынан Гөлмирә Нарынбаева – “Рухлы һылыу”,
Муллаҡай ауылынан Айсулпан Латыпова – “Өмөт”,
Һаҡмар ауылынан Зәлиә Мәһәҙиева – “Нәзәкәтле һылыу”,
Билал ауылынан Айзилә Кинйәбулатова – “Наҙлыҡай”,
Таһир ауылынан Нурания Хәбибуллина – “Тамашасы һөйөүе”,
Өмөтбай ауылынан Гүзәлиә Садыҡова – “Сая ҡыҙ” номинацияларында еңеүсе тип табылды.
Саранан фотолар 👉https://vk.com/album262152473_304130277