logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тәңкәле ҡыҙ”

Ҡараталда яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың күркәм юбилейы айҡанлы иғлан ителгән “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының зона бәйгеһе үтте. Унда Аҡморон, Ҡаратал, Ишмырҙа, Әбделкәрим, Ишбирҙе, Юлыҡ, Йомаш, Ярат, Мерәҫ ауылдарынан башҡорт һылыуҙары ҡатнашты. Бәйге башында Ҡаратал ауылы старостаһы, Аҡморон ауыл биләмәһе ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р.С. Йәнбирҙин ҡыҙҙарға уңыштар теләп изге теләктәрен еткерҙе. Ҡыҙҙар бәйге шарттарын теүәл үтәне һәм үҙҙәрен башҡорт телен, әҙәбиәтен яратыуҙарын, Таңсулпан Ғарипованың ижады менән яҡындан таныш булыуҙарын күрһәтте, яҙыусының әҫәрҙәренән оҫта итеп өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Бәйгеселәр сулпы-тәңкәләрен, селтәрҙәрен сыңлатып, үҙҙәренә килешеп торған кейемдәрҙә дефиле ойошторҙо. Заманса тегелгән әммә милли сағылышлы кейемдәге башҡорт һылыуҙарына һәр кем һоҡланды. Һөҙөмтәлә Хәлитова Алина (Юлыҡ), Әфләтүнова Нургизә (Ишмырҙа), Ҡаһарманова Юлиә (Аҡморон) – “Гүзәллек”, Алсынова Азалия (Әбделкәрим) – “Наҙлыҡай”, Тулыбаева Рәсимә (Ишбирҙе) – “Телһөйәр”, Вәлиева Мәрйәм (Йомаш) – “Сая ҡыҙ” номинацияларында билдәләнде. 1-се урынды Ярат мәктәбе уҡыусыһы, Йәрмөхәмәт һылыуы Йәрмөхәмәтова Әлиә яулаһа, 2-се урын Газина Ильвинаға (Мерәҫ) бирелде, 3-сө урында – Ҡараталдан Гөлдәр Ғәйетбаева. Ильвина шулай уҡ бер тауыштан “Сәхнә оҫтаһы” номинацияһында ла еңеү яуланы. Конкурста ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, конкурс символы – сулпылар тапшырылды. Бәйге барышында Ҡаратал ауылында йәшәүсе “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаһы Зәкиә Юнысбаева шиғри-моңло күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе.