logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Таңсулпан Ғарипова “Талҡаҫ” шифаханаһында ял итә

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ – талантлы әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова үткәндәр һәм бөгөнгөнө халҡыбыҙҙың сағыу ижади өлгөләре менән бәйләп, рухты уятырҙай әҙәби әҫәрҙәр итеп еткереүе менән бер рәттән беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн һыҙланып йәшәүсе иҫ киткес һөйкөмлө һәм сабыр ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ул. Уның “Талҡаҫ” шифаханаһы янындағы уҡыу-һауыҡтырыу йорттарының береһендә ял итеүен ишетеп, кисә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина һәм мин яҡташыбыҙҙың хәлен белергә барҙыҡ.
Таңсулпан апай, һәр ваҡыттағыса, беҙҙе бик матур ҡунаҡ итте. Планлаштырған 7 томлығының 4-сеһе бына-бына сығырға тора икән. Әлеге ваҡытта яҙышыуҙан бер аҙ ситләшеп, төрөк, япон, ҡаҙаҡ, татар, ҡытай, корея, нигерия, исланд, ирланд яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыуы хаҡында һөйләне. Донъяны ошондай зәхмәт сирҙең баҫып алыуы уның ижади пландарына бер аҙ ҡамасаулауына әҙерәк көйөнөп тә алды. Тормош, әҙәбиәт, бөгөнгө менән киләсәк һәм башҡалар тураһында ихлас һөйләшеп ултырыу әҙибәгә лә, беҙгә лә күңел һиллеге, йән рәхәте бирҙе. Оло йөрәкле, сикһеҙ аҡыллы, шундай яҡын күргән Таңсулпан апай менән аралашыу һәр ваҡыт бәхетле осрашыуҙарҙың береһе булып күңелгә уйыла. Һөйләшеүҙәрҙең байтағын видеоға ла яҙҙырып алдыҡ. Уларҙы яҡын киләсәктә һеҙҙең хөкөмгә сығарырбыҙ, Аллаһ бойорһа.

Киләсәктә тағы ла оҙаҡ йылдар ошондай матур осрашыу шатлыҡтары шауҡымында әҙибәнең ғүмере буйына туплаған аҡыл “диңгеҙен” “кисергә” насип итһен, бының өсөн яратҡан яҙыусыбыҙға Хоҙай Тәғәлә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, йән тыныслығы бүләк итеүен генә теләйек!
Яҙмамдың дауамы итеп 2016 йылдың 15 июлендә Таңсулпан апай менән осрашыу өсөн “Талҡаҫ” шифаханаһы янындағы Ижад йортона “автостоп” менән килеүем хаҡындағы “Сәйәхәтсе яҙмалары”н тәҡдим итәм.

Сәйәхәтсе яҙмалары
“Автостоп” ураҙаһы
Ас хәлен туҡ беләме? Донъябыҙ тик байҙар һәм фәҡирҙәргә бүленмәһен өсөндөр инде, Хоҙайыбыҙ беҙгә изге Рамаҙан айын ебәргән. Унда байҙар ҙа ураҙа тотоп, фәҡирҙәрҙең хәленә инеп, күңелдәрендә миһырбанлыҡ уянырына ышаныс менән тыуҙырылған ғәмәл икәненә иманым камил. Әммә тағы ла бер ураҙаны индереү зарурҙыр тим – бөтә машиналыларҙы ла 1 ай йәйәү йөрөтөп ҡарарға ине. Ул сағында юл ситендә “тауыш биреп” тороусыларға мәрхәмәтлерәк булырҙар ине, моғайын.
Талҡаҫ шифаханаһындағы Ижад йортона арҙаҡлы яҡташыбыҙ, С.Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан апай Ғарипова килеүен ишеткәс, “Йәйләү” лагерын яҙырға барған саҡта инеп, хәл белешеп кенә сығырға насип булғайны. Уға иркенләп һөйләшеп ултырыр өсөн тағын килергә вәғәҙә итһәм дә, көн һайын мәшәҡәттәр тыуып, 3 аҙна үтеп тә киткән. “Әгәр Таңсулпан апай ҡайтып китһә, мин үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен!” – тип кесе йома көндө ниәтләп юлға йыйындым. Тик ябай юлға түгел, ә… “автостоп” менән. Ысын ғына әйткәндә, күңелдә барып етә алыуыма икеләнеү көслө булды, әммә ышанысым да ҙур ине. 50-гә 50 процент.
Юлда төрлө хәлдәр булыуын күҙаллап, еңел кейенһәм дә, кескәй ҡул сумкаһына ҡалын жилет, еүеш салфетка, бәләкәй шешә менән һыу, ойоҡ тултырҙым, башыма яулыҡ ябынып, уңайлы аяҡ кейеме кейеп, “Аятел-көрси”ҙе уҡып, сәфәремдең уң булыуын теләп, көҙгөгә ҡарап алдым. “Яҡташтарыбыҙ бөтөнләй мәрхәмәтһеҙгә әйләнмәгәндер, кемдер, моғайын, хәлемә инер”, – тигән ышаныс менән юлға сыҡтым. (Ошо урында өҫтәү кәрәктер, мин үҙем менән зонтик алырға онотҡайным. Кемдер “автостоп” менән юлға йыйынһа, көнгә ҡарап, уны ла һалып алһа, яҡшыраҡ булыр).
Блюхер урамындағы “Забота” магазинынан журналистың төп ҡоралы – дәфтәр, ручка һатып алып сыҡҡас, магазин алдында өйөлөшөп ултырған машиналарҙың береһендә ике башҡорт ағайын ышаныслы күреп, уларға яҡынланым.
– Һеҙ Иҫән яғына бармайһығыҙмы?
– Мерәҫкә барабыҙ.
– Мине лә алаһығыҙмы?
– Ултырығыҙ әйҙә!
Сәфәремдең уңышлы башланыуына һөйөнөп, ағайҙарға Таңсулпан апай менән осрашырға китеп барыуымды хәбәр иттем. Итәғәтле ағайҙар Мерәҫкә боролған ерҙә туҡтаны. Ихлас рәхмәттәремде әйтеп, ҡыуанып төшөп ҡалдым.
Атлап барған ыңғайы янымдан елдереп үтеп торған машиналарға ҡул болғай-болғай Таңсулпан апайға Мерәҫкә килеп етеүемде, тиҙҙән унда булырымды һөйөнсөләргә өлгөрмәнем, бер машина бара биреп туҡтаны. Руль артында түбәтәйле мосолман йөҙҙө күреп, эстән генә: “Әл дә яулыҡ ябынғанмын. Сәсем ялбырап торһам, туҡтамаҫтар ине”, – тигән уй йүгереп үтте.
Танышып киттек. Улар Һәмән ауылынан, Сибайҙан ҡайтышлай Иҫәндәге “Йәйләү” лагерында ял итеүсе Нурания исемле 12 йәшлек ҡыҙҙарына ашҡынып китеп баралар икән. Берҙән, юл ыңғайы булыуҙан ҡыуанһам, икенсенән, лагерь тураһында фекерҙәрен белеү өсөн кәрәкле кешеләрҙең осрауына һөйөндөм.
– Ҡыҙығыҙға лагерь оҡшаймы? – тип һорауым булдым, Айһылыу һәм Рәүил Йәнгилдиндар бер-береһен бүлдереп тигәндәй ҡыуаныстарын теҙеп алдып киттеләр.
– Бындай лагерь күптән кәрәк ине. Беҙ үҙебеҙ ҡыпсаҡ ырыуынан. Ҡыҙыбыҙ ҙа шул ырыуға эләкте (отрядҡа – авт.). Хәҙер ырыуыбыҙҙың бөтә атрибуттарын белә. Улар вожатыйҙы “әйҙәүсе”, очколарҙы “мәрәй” тиҙәр икән. Былай ҙа башҡорт телен яратҡан, олимпиадаларҙа ҡатнашып йөрөгән ҡыҙыбыҙ хәҙер беҙ белмәгән һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләй. “Бында урыҫтар ҙа башҡортса һөйләшә ул”, – ти. Лагерҙа үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Хатта “Һылыуҡай” конкурсында ла үҙен һынап ҡараған. Кисә БСТ килеп “Тау-тау хәбәр”гә төшөрөп киткән. Беҙ уға шылтыратһаҡ: “Һөйләшергә ваҡытым юҡ!” – тип кенә ебәрә. “Йәйләү”гә эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!

Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғына, тигәндәй, уларҙың ҡыуаныуына мин дә шатланып, үҙемдең Таңсулпан апай янына китеп барыуымды әйтеп, уларҙың ултыртып алыуына рәхмәттәр әйтә-әйтә Иҫәнгә килеп тә еттек.
Икеләнеүҙәр менән, баҡһаң, мин күстәнәс алырға онотҡанмын икән. Әмәлгә ҡалғандай пляж магазинында кескәй һауыттарҙа быйылғы хуш еҫле бал һатыла икән. Шулай итеп, ниәт иткән – мораҙына еткән тип, өнөммө-төшөммө – әммә Таңсулпан апай ял итеп ятҡан Ижад йортоноң ишеген шаҡыным. Апайым ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡараңғыраҡ булһа ла, лампа табып яҡтыртып, ябай ял итеүселәргә тәғәйенләнгән бүлмәне эш шарттарына яраҡлаштырып алған. Мин килә тип шул арала өҫтәл дә әҙерләргә өлгөргән. Иң татлы мәл етте. 4 сәғәткә яҡын тормош, әҙәбиәт, мөхәббәт, дуҫлыҡ, хыянат һәм башҡа бик күп күренештәр хаҡында гәпләшә-гәпләшә сәй эсеү, күпте күргән яҙыусы менән аралашыу – ниндәй бәхет икәнен әйтеп тә, яҙып та аңлатыу мөмкин түгелдер. Ул һөйләшеү хаҡында тиҙҙән айырым яҙырмын, Алла бирһә.
Таңсулпан апайҙан айырылыуы ҡыйын булһа ла, юлсының юлда булғаны яҡшы тип ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Апайҙың: “Нисек кенә ҡайтып етәһең инде?” – тип борсолоуына: “Хәҙер иремә шылтыратам”, – тиһәм дә, һалҡынса бүлмәнән ҡояшлы көнгә сыҡҡас, иркә елгә йөҙөмдө ҡуйып, һөйләшкәндәрҙе ҡабаттан башымдын үткәреп бара бирҙем. Шул арала машиналар елеп үтә торҙо, ә мин шатлығым эсемә һыймай тәпәйләүемде дауам иттем. Ҡыҙыҡ өсөн ҡул күтәрһәм дә туҡтамаған машиналарҙы һанап бара торғас, йәғни, 6 машинаны үткәреп ебәреп, инде туҡтауҙарына өмөт өҙөлә яҙып, ҡабат ҡул да күтәрмәгәйнем, бер ағай үҙе туҡтаны. Баҡһаң, мин Иҫәнде сығып барғанда ул ҡаршыға осраған, лагерь директорын йөрөтөүсе водитель икән. “Ҙур рәхмәт, ағай! Кем булаһығыҙ?” – тип һорауыма миңә паспортын һондо. Былай танышҡаным булмағас, хайран булып паспортын астым да, исем-шәрифтәрен дәфтәремә яҙа башлағайным, Cафиуллин Ишбулат ағай ҙа аптырап китте. ”Юлда ултыртып алғандарға “Һаҡмар” гәзите аша рәхмәт әйтәм!” – тип шаяртып көлөп алдым. Ихлас ағайҙың хәбәрҙәрен тыңлап, Баймаҡҡа килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Өйөмдөң алдында төшөп тә ҡалдым.
Иң ҡыҙығы шул булды – барғанда ла, ҡайтҡанда ла юлға 50 минут ваҡыт киткәйне. Барғанда 3-сө, ә ҡайтҡанда 7-се машинаға ултырыуым да бик серле тойолдо. Баҡһаң, ихлас ниәт итеп оло юлға сыҡһаң, бирәм тигән ҡолоноң юлына сығара икән! Юлда ултыртып алғандарҙың барыһына ла Хоҙай хәйерле юлдар, ғаилә татыулығы, именлектәр, иҫәнлек-һаулыҡ ҡына насип итһен! Машиналарында урын булып та ултыртырға теләмәгәндәргә лә юлдарының хәйерле, күңелдәренең иманлы булыуын, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тигән халҡыбыҙҙың бик тапҡыр мәҡәлен хәтерҙә тотоп, рәхмәт алырға ынтылып тороуҙарын теләр инем. Берәй ҡасан улар ҙа йәйәү юлға сығыуы бик ихтимал бит!..
Айгөл Иҙелбаева.