logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Буккроссинг нөктәһе асылды

Баймаҡтар буккроссингта ҡатнаша ала. Нимә ул буккроссинг? Буккроссинг – халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте, “китаптар әйләнеше” тип тәржемә ителә. Маҡсаты – кеше күп йөрөгән урындарҙа китаптар таратыу ысулы менән китап уҡыуҙы пропагандалау. Ошондай маҡсаттан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан йәй айҙарында Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында китап шкафы урынлаштырылғайны. Бындағы китаптарҙы һәм журналдарҙы теләгән һәр кеше бушлай алып уҡый алды. Шуныһы һөйөнөслө, әҙәбиәт һөйөүселәр буккроссингта ихлас ҡатнашты, оҡшағанын алып уҡыны, йорттарынан китап-журналдар алып килде. Хәҙер китаптар шкафы “Мегаполис” сауҙа үҙәгенә күсерелде. Киләсәктә ошондай китаптар кәштәһе автовокзалда булдырыу планлаштырыла. Баймаҡтар өсөн яңы йүнәлештәрҙең береһе булған – буккроссинг китап һөйөүселәр күңеленә ятыр һәм ҙур һорау менән файҙаланылыр тигән өмөттәбеҙ.