logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тарих яҙыр инем ташына…”

3 март көнө “Тарих яҙыр инем ташына…” республика әҙәби марафоны сиктәрендә Баймаҡта Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, урынбаҫары Нурлан Ғәниев, танылған шағир-яҙыусылар, журналистар Рәсүл Сәғитов, Әхмәр Үтәбай, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фирүзә Абдуллина, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре И.Ҡасҡынов ҡатнашлығында ике ҙур әҙәби сара үтте. Көндөң тәүге яртыһында Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ижади вариҫтар – заңы тарихтың” исемле түңәрәк өҫтәл артында “Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадында тарихилыҡ мотивтары” тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы, сарала ҡатнашыусы “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаларын, китапханасыларҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Баймаҡ муниципаль районы хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминев исеменән мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин сәләмләне, китапхана директоры З.В. Мортазина телде, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ижад кешеләренең, башҡорт теле уҡытыусыларының баһалап бөткөһөҙ ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ижади осрашыуҙың һөҙөмтәле үтеүен теләне . Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев республика әҙәби марафонының маҡсаттары менән таныштырҙы. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү эшлекле шарттарҙа үтте. “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзалары тарихи темаға яҙылған әҫәрҙәре менән таныштырҙы, уларҙан өҙөктәр һөйләне. Саранан фотоларҙы һылтанма аша ҡарарға була https://vk.com/album-36585846_279501676