”Тере хәтер – һуғыш балалары”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында һуғыш балалары һәм тыл ветерандарына арналған ”Тере хәтер – һуғыш балалары” исемле музыкаль – патриотик сара үтте. Китапхана хеҙмәткәрҙәре яҡташ геройҙарыбыҙ, хәҙерге ваҡытта иҫән булған Валентина Потапова һәм Ғәйзулла Әблүзин хаҡында һөйләп, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Саҡырылған ҡунаҡтар тыл ветераны Сәрхәб Галина, һуғыш йылы балалары Гәүһәр Үҙәнбаева, Рауил Насыров, Зәлифә Ҡаһарманова һәм Йәғәфәр Мусин үҙҙәренең ауыр баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Йәғәфәр Әғзәм улының өр-яңы «Бәхеткә илкән юл» исемле китабы менән танышыу сараның матур бер күренеше булды. Яуҙа һәләк булған яугирҙәргә, тыл һәм һуғыш йылы балаларына арналып сығарылған был китап – яҡташтарыбыҙға ҙур бүләк. Автор, китаптың йөкмәткеһе менән таныштырып, баҫманы сығарыуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәтен белдерҙе.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән “Хәтер мәңгелек” район бәйгеһе еңеүселәре – Таулыҡай ауылынан Гран – при алыусылар Вәзимә Үҙәнбаева һәм ейәне Илназ Сәғәҙәтовтар, беренсе урын яулаусылар Икенсе Этҡол ауылынан Көнһылыу Сөләймәнова, ҡыҙы Лена Солтанғолова, ейәне Динар Солтанғолов, сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен яулап, диплом һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған “Ирандыкские зори” ансамбле (етәксеһе Ф. Әмирханова), талантлы яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр йырсы һәм гитарасы Шамил Мәжитов башҡарған патриотик йырҙар сараға дәрт һәм йәм өҫтәне.