logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Тере тарих биттәре»

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының Крайҙы өйрәнеүселәр клубы тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында «Тере тарих биттәре» (“Страницы живой истории”) район эҙләнеү эштәре конкурсы иғлан итә. Баймаҡ районы, халҡы, йәшәйеше, хеҙмәт коллективтарының һәм алдынғы шәхестәрҙең ҡаҙаныштары, династиялар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында тарихи материалдар туплау, тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, йәш һәм оло быуынды тыуған яҡты өйрәнеүгә ылыҡтырыу, тыуған яҡтың күп быуатлыҡ тарихын, мәҙәни-милли мираҫын өйрәнеү маҡсатында ойошторолған конкурс 3 этапта үтә:
1-се этап – эҙләнеү эштәрен туплау;
2-се этап – жюри тарафынан баһалау;
3-сө этап – эҙләнеү эштәре йомғаҡтары буйынса фәнни-ғәмәли конференция үткәреү, бүләкләү.

Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Эҙләнеү эштәре
13 – 17 йәш,
18 – 35 йәш,
35 һәм унан өлкәндәр йәш категориялары буйынса баһаланасаҡ.

Конкурсҡа заявкалар һәм эштәр 12 октябрҙән 23 декабргә тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе жюри ҡарағандан һуң, еңеүселәр фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡырыласаҡ.

Конкурстың номинациялары:
1. “Шәжәрәлә быуындар бәйләнеше сағыла”;
2. “Тыуған яғымдың тарихи урындары”;
3. “Шәхестәрҙә – районыбыҙ тарихы” (бөгөнгө заман геройҙары ла инә);
4. “Халҡыбыҙҙың онотолған кәсептәре”;
5. “Тыуған яғымдың туристик маршруты”.

Эштәрҙе Документ Microsoft Word.docx форматында Baymakread@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Заявка Документ Microsoft Word.docx форматында айырым файл менән инструкция буйынса тултырылып ебәрелә. Әгәр бер учреждение йәки ойошманан бер нисә эш булһа, бер заявка әҙерләнә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре тәүге этапта электрон вариантта, икенсе этапта ҡағыҙ вариантта ҡабул ителә. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр рецензияланмай.

Тәүге этапта еңеп, икенсе этапҡа үткән конкурсанттар саҡырыу, ә ҡалған ҡатнашыусылар сертификат ала. Саҡырыу һәм сертификаттар заявка ебәргән электрон адрестарға ебәрелә. Фәнни-ғәмәли конференция Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтә.
Белешмә өсөн телефон: 3-16-74.

Конкурстың положениеһы түбәндә айырым файлда һалынасаҡ. Унда конкурс эштәрен баһалау критерийҙары, заявка һәм конкурс эштәренә талаптар, фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһау тәртибе һ.б. менән ныҡлап танышырға мөмкин, ҡушымтала заявканы тултырыу өлгөһө бирелгән. Конкурсҡа рәхим итегеҙ!
Ойоштороу комитеты.