logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Һуғыш урлаған бала саҡ”

#героинеизкниг
Баймаҡ ҡалаһының яңы төҙөлгән 5-се һанлы мәктәбендә “Һуғыш урлаған бала саҡ” исеме аҫтында һуғыш йылы балалары һәм һуғыштан һуң тыуған балалар менән осрашыу уҙҙы.
Тәрбиәүи сарала Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән , бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән, көслө рухлы инәйҙәр, ул ваҡыттағы 3, 9, 10 йәшлек кенә ҡыҙҙар, әлеге ваҡытта сал сәсле инәйҙәр: һуғыш башланғанда 10 йәштә булған,тиҙҙән үҙенең 89 йәшен билдәләйәсәк хеҙмәт ветераны, 5 ул тәрбиәләп үҫтереп, бөтәһенә лә юғары белем алырға булышлыҡ иткән оло йөрәкле Әминева Яңылбикә Оморҙаҡ ҡыҙы; 88 йәштәге мәғариф ветераны Сөләйманова Фәүзиә Фазлый ҡыҙы; атаһы хеҙмәт армияһында ауыр эштә бил бөккән, һуғыш йылы балаһы, мәғариф ветераны Иҫәнғолова Сәкинә Мортаҙа ҡыҙы; атаһы Бөйөк ватан һуғышы яугиры, Баймаҡ ҡалаһы “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Биктимерова Хөрмә Хажмөхәмәт ҡыҙы; яугир ейәнсәре, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы , мәғариф ветераны Ишалина Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы ҡатнашты.
Инәйҙәр күҙҙәренә йәш алып, бала саҡтарында кисергән михнәттәрҙе һөйләне. Осрашыуҙы алып барыусы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева уҡыусыларҙы яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары-тарих яралары“ һәм ”Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле китаптары менән таныштырҙы, мәктәп китапханаһына китаптар бүләк итте. Осрашыуҙы мәктәп уҡыусыларының йыр һәм бейеүе, Ғәйниямал Ишалинаның мандолинала Рәми Ғариповтың “ Уйҙарым ” ҡобайыры менән сығыштары йәмләне.
Мәктәп директоры урынбаҫары Зөлфиә Хөснулла ҡыҙы үҙ сиратында ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын, балалар бәхетле үҫһен тип сараны тамамланы.