“Уҡытыусы – яҙыусы” проекты
2023 йыл Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы “Уҡытыусы – яҙыусы” проектын тәҡдим итә. Сөнки районыбыҙҙа уҡытыусы булып эшләү өҫтөнә ижад менән шөғөлләнгән, башлыса, шиғыр, проза өлкәһендә әүҙем генә эшләгән уҡытыусылар бихисап. Уларҙың күптәре китапхана янында эшләгән Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһендә шөғөлләнә, ижадсы мәғариф ветерандары ла етерлек. Шуға күрә быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында үҙҙәрен әҙәбиәткә, шиғриәткә бағышлаған ижадсы уҡытыусыларҙы күрһәтеүҙе төп бурысыбыҙ итеп алдыҡ.
Проекттың маҡсаттары:
– Рәсәйҙә иғлан ителгән йылда уҡытыусыларҙың дәрәжәһен күтәреү;
– ижадсы педагогтарҙы башҡаларға ла танытыу;
– уҡытыусылар ижадын туплау;
– китапхана өсөн мини йыйынтыҡ баҫтырыу.
“Уҡытыусы – яҙыусы” проекты сиктәрендә Уҡытыусы һәм остаз йылында Баймаҡ районы һәм ҡалаһы биләмәһендә йәшәгән ижадсы уҡытыусыларҙың тормош һәм ижад юлы тураһында мәғлүмәт, яҙмалары, фотоһүрәте онлайн форматта “Читающий Баймак” (https://vk.com/baimaklib) һәм “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе. Баймаҡ” (https://vk.com/club91441072) төркөмдәрендә, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының сайтында (http://baimaklib.ru/) донъя күрәсәк.