logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Уҡытыусы – яҙыусы проектында – Борис Хәйретдинов

Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов 1948 йылдың 10 мартында Икенсе Этҡол ауылында донъяға килгән. 8-се кластан һуң Сибай педагогия училищеһына уҡырға инеп, музыка һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алып сыға. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында музыка уҡытыусыһы булараҡ башлай. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, шунда эшләүен дауам итә. «Урал» колхозының комсомол секретары, клубтың художество етәксеһе, ауыл Советы рәйесе була, ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Төрлө йылдарҙа Икенсе Этҡол, Татлыбай, Ишбирҙе урта мәктәптәре директоры, «Сибай» совхозының эшселәр комитеты рәйесе, Баймаҡ леспромхозының партия комитеты секретары була, Баймаҡ лицей-интернатында, ҡаланың 4-се мәктәбендә йыр һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов проза һәм шиғриәт өлкәһендә даими һәм уңышлы шөғөлләнә. Уның мәҡәләләрендә, хикәйәләрендә тарих ярылып ята. Тәүге китабында (“Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән” романы) Бөрйән һәм күрше ырыуҙарҙың урта быуаттан алып Октябрь революцияһына тиклемге дәүер һүрәтләнә. Йыйынтыҡ архив документтарына һәм билдәле монографияларға нигеҙләнгән.
Үҙнәшер ысул менән сығарған йыйынтыҡтары: “Һағынмаҫ та инем” (Б.Хәйретдинов йырҙарынан йыйынтыҡ, Сибай, 1999), “Ғүмерем биҙәктәре” (Йырҙар, шиғырҙар йыйынтығы, Баймаҡ, 2003), “Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән” (тарихи роман, Баймаҡ, 2013), “Шэжэрэ башкир и народные песни как дополнительные источники по истории Башкортостана” (Сибай, 2014), “Бишенсе ынтылыш” (роман, Сибай, 2015), “Төйәгебеҙ Уралтау” (документаль-тарихи роман, Сибай, 2015), “Ғүмер юлы” (һайланма йырҙар, ҡобайырҙар, шиғырҙар, йырҙар йыйынтығы, Сибай, 2016). Шулай уҡ ауыл тарихтарын төҙөү буйынса бихисап китаптарҙың авторҙашы ла.
Борис Хәйретдинов хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район Б.Вәлид исемендәге премия, шулай уҡ Бөтә Союз һәм республика конкурстары лауреаты, Рәсәй конкурсы дипломанты була. 2008 йылда район сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулап, “Баймаҡ районы сәсәне” исеменә лайыҡ була.
Әйткәндәй, Борис Мөхәмәт улыy күркәм 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Тыуған яғыбыҙ тарихын өйрәнеүгә һәм мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән аҡһаҡалға имәндәй ныҡлы сәләмәтлек, илһамлы ижад ҡомарының шарлауыҡтай урғылып, ә илһам ҡошоноң ҡанат ҡағып тороуын, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

МИН БАЙМАҠТАН
Маҡтана, тип бер үк уйламағыҙ,
Ысынлап та, мин дә — Баймаҡтан.
Ирәндектең ҡуйынына һыйынып
Тыныс ҡына ятҡан аймаҡтан.
Беҙҙең яҡта ҡыштар һалҡын була,
Йәйҙәр була эҫе, том(о)ра.
Иртә яҙҙан ҡоштар һайрап тора,
Күлдә ҡондоҙ ағас тумыра.
Тау артынан ҡояш ҡалҡҡан саҡта
Ап-аҡ нурға сума бар ҡала.
Ҡөҙрәт өҫтәп тыуған еркәйемә
Туҡ башаҡтар елгә сайҡала.
Баймағымдың байлығы—кешеләр,
Урал, Алдар батыр ишеләр.
Баймағымдың алтыны—балалар,
Улар барҙа гөрләр ҡалалар.МИН ЯҘҘАРҘЫ КӨТӘМ
Мин яҙҙарҙы көтәм. Эй, һылыу яҙ!
Күкрәгемде нурға ҡойондор.
Шытып сыҡҡан хәтфә үләндәрҙе
Шифалы ямғырға туйындыр.
Мин яҙҙарҙы көтәм. Тик яҙ ғына
Оноттора ҡыштың һалҡынын,
Күңелемә сихри моңдар өҫтәй,
Һурып ала хәсрәт ялҡынын.
Мин яҙҙарға инәм һеҙҙең менән,
Ҡыҫҡа яҙ үтә, йәй етә.
Йыл да яҙ-ожмахты көтә-көтә
Ҡалған-яҙған ғүмерҙәр үтә.
Ҡышҡа инһәң, яҙҙар һағындыра,
Яҙҙар килһә, йәшәрә йөрәк.
Күңел наҙы яҙҙай булһын, тиһәң,
Тик яҙҙарҙа ҡалырға кәрәк.

ҺАНДУҒАС МОҢО
(Йыр)
Эй, һандуғас, башҡа юҡтыр
Һиндәй моңло ҡош.
Йырыңды тыңлағы килә,
Яҡыныраҡ ос!
Моңдарыңа нисек һыйҙы
Бөтә гүзәллек?
Шатлығымдан йәш тәгәрәй,
Түгел түҙерлек!
Салауат батыр ҙа һине
Һәр саҡ тыңлаған.
Кем генә белә инде–
Ниҙәр уйлаған?
Эй, һандуғас, күңелемде
Тағы аҡтарҙың,
Алыҫтағы баласаҡҡа
Ҡабат ҡайтарҙың…
Рәхмәт һиңә, йөрәгемә
Өрҙөң матурлыҡ.
Яҙғы йырың, нурлы моңоң
Аптыратырлыҡ!

ЕЛ КИЛТЕРҘЕ ЯҘ ЕҪЕН
Яҙғы алһыу ҡояш
Яңынан батты.
Күп тә үтмәне–
Һары ай ҡалҡты.
Зәңгәр эңер япты
Ауылдың өҫтөн.
Шаян ел килтерҙе
Алыҫ яҙ еҫен.
Ала-сола ҡарҙар
Ялтырай кисен.
Ныҡыш ҡыш болара
Яҙ килгән өсөн.
Иртән һәм кисен
Һаман да һалҡын.
Күңел яҙ көтә,
Йөрәктә—ялҡын.
Шаян ел килтерҙе
Алыҫ яҙ еҫен.
Ҡыш сүгә башланы
Яҙ килгән өсөн.

  • ТОҠТАҒОЛҒА БАРЫП ҠАЙТТЫМ ӘЛЕ…
    Тоҡтағолға барып ҡайттым әле,
    Батыр Вәлид тыуған еренә.
    Ауыл урамында хәтфә үлән,
    Артабан Ирәндек күренә.
    Ауылы юҡ, тик урыны ҡалған,
    Сәскә ата бында аҡ ҡылған.
    Ҡарт Ирәндек, иҫләйһеңме, шағир
    Нисек үҫкән, ҡайҙа ынтылған?
    Тыуған төйәгенең матурлығы
    Нисек шағир күңелен арбаған?
    Шуғамылыр, Вәлид күп йырҙарын
    Тыуған яҡтарына арнаған.
    Яуҙа ҡалдырһа ла күҙ нурҡайын,
    Шиғыр туплап күңел түренә,
    Мәйсәрәһе менән бергәләшеп
    Атлағандар тормош үренә.
    Тоҡтағолға барып башым эйҙем,
    Батыр Вәлид тыуған еренә.
    Ҡалҡыулыҡҡа менеп күҙең һалһаң
    Ҡуңырбуға юлы күренә…КИТҺӘҢ ИНЕ ҮКЕНМӘЙСӘ ГЕНӘ…
    Кем генә һуң үлсәп ҡараһын
    Йәшәү менән үлем араһын.
    Үлсәүҙәргә һыймаҫ донъябыҙҙа
    Үҙ яҙмышың буйлап бараһың.
    Әллә ҡыҫҡа ярһыу ғүмер яҡшы,
    Әллә оҙон ғүмер итеүең.
    Күпме йәшәһәң дә– иң яҡшыһы
    Изгелектәр эшләп китеүең.
    Был донъяның сере мәңге бөтмәҫ,
    Уйланғанда ҡата башҡайым.
    Һис кем белмәй: күпме ҡалған икән
    Эсәр һыуың, ашар ашҡайың?
    Бер йән булып Уралда яралдым,
    Йәшәйем еремдән һут алып.
    Китһәң ине үкенмәйсә генә
    Ҡалған йөрәктәргә ут һалып.

    СЕРҘӘШ БУЛДЫ АҠ ҠАЙЫН
    Быйыл яҙҙы ҡаршыланым яңғыҙ,
    Серҙәш булды миңә аҡ ҡайын.
    Яңғыҙ ҡайын янынан үткән һайын
    Мине аңлап сайҡай башҡайын.
    «Бирешмә, – ти, – яңғыҙлыҡҡа сыҙа,
    Түҙгәнгә түш булыр, дуҫҡайым.
    Ауырлыҡты күтәрергә өйрән!»–
    Шулай шыбырланы аҡ ҡайын.
    Яҙҙар үтте, ҡыҙарып еләк беште,
    Хәсрәтте кистерҙе йәй айы.
    Эй, шатлана йәшел яулыҡ болғап
    Миңә серҙәш булған аҡ ҡайын.

    КӨҘ
    Моңһоулатты ҡапыл күңелемде
    Һары көҙҙөң айһыҙ кистәре.
    Кисә генә яҙ ташҡыны шаулап
    Уятҡайны йәшлек хистәрен.
    Кисә генә баҡса мөйөшөндә
    Көләс ҡояшымдан нур алып
    Ҡаҙ бәпкәләренә ҡарап торҙом,
    Уйҙар билбауына уралып.
    Сыйырсыҡтар бала сығарҙылар,
    Урманға шылдылар май тыуғас.
    Күкһел түшле йылғыр һандуғас
    Эй, һайраны өҙөлөп йәй булғас.
    Бөгөн урман япраҡтарын ҡойған,
    Һары бәпкәләр ҙә ҡаҙ булған.
    Белгертмәйсә йәмле ваҡыт уҙған,
    Йәй ғүмере ниңә аҙ булған?. .

    ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ БУЛЫП АТЫРМЫН
    Хозур ерле тыуған ауылыма
    Гел ашҡынам моңдар алырға,
    Ғүмер—күмер, мин дә бер ҡайтырмын
    Мәңгелеккә шунда ҡалырға.
    Тик сыҙамам ятып, сәскә булып
    Сығыр өсөн ташты ватырмын.
    Әгәр килһәң, иғтибарлап ҡара:
    Ҡыңғырау сәскә булып атырмын.
    Ҡолағыңды ҡуйһаң, ишетерһең
    Сәскә аша гармун моңдарын.
    Минең йырҙарымды, минең хисте,
    Һин белмәгән йөрәк сыңдарын…

    ЙӘЙ БАШЫ
    Ямғыр яуып үтте, ләйсән ямғыр,
    Ҡыуандылар хәтфә үләндәр.
    Улар ҙа бит беҙҙең һымаҡ тыуып,
    Шытып, сәскә атып, үлгәндәр.
    Йәйғор сыҡты: әллә ер йөҙөнөң
    Бөтә сағыу төҫөн йыйғанмы?
    Әллә Хоҙай үҙе буяу алып,
    Күккә төҫлө юлдар сыйғанмы?
    Шундай хозур донъя– йәйҙең башы,
    Ҡулдарыма алдым гармунды.
    Көмөш төймәләре һанап китте
    Йөрәгемдә булған бар моңдо.
    Гармун уйнай күңелгә нур һибеп,
    Бер шатланып ҡуя, бер илай.
    Әйҙә, ҡушыл беҙгә, күпте күргән
    Ирәндектә үҫкән дәү ҡурай!