logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” ПРОЕКТЫНДА – НӘФИСӘ МӘМБӘТОВА

Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова 1962 йылда Таулыҡай ауылында ун балалы ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килә. Атаһы – ябай тимерсе – үҙ балаларын уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм шуға ла күптәре юғары белем алырға ынтыла. Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы ла тәүҙә Сибай педагогия училищеһын, аҙаҡ баш ҡалала БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып 7 йыл эшләгәндән һуң, өлкән класс уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, район мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ була. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы”, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурстары еңеүсеһе.
Күптән түгел генә Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Баймаҡ районында үткән “Йыл уҡытыусыһы-23” конкурсында “Һөнәренә тоғролоҡ өсөн” номинацияһында еңеүсе булды. Уны был уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы, илһамлы ижадсы ғаиләһендә тормош юлдашы Шәфҡәт Йосоп улы менән, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, матур йәшәйҙәр. Өс ейәнсәре – ғаиләгә йәм һәм ҡот өҫтәүселәр.

МӘКТӘПКӘ
Барам мәктәпкә,
Ҡулымда – сәскә.
Ап-аҡ ҙур таҫма
Бәйләнем сәскә.

Янымдан үтә
Тағы күп ҡыҙҙар,
Әллә танымай
Миңә ҡарайҙар.

Танымаҫтар ҙа –
Мин бит ҙур инде.
Уҡырға барам
Һыҙғанып еңде.

Атай-әсәй ҙә
Эй ҡыуаналар,
Ҡулымдан тотоп,
Янда баралар.

Тәү тапҡыр киләм.
Мәктәп, ҡаршы ал!
Ай-йондоҙҙарға
Тиклем күпер һал.

***
Артта – балалар баҡсаһы,
Мин бит хәҙер – уҡыусы,
Белем үренә ынтылып
Алға юлдар ярыусы.

Уйынсыҡтар ҡыҙыҡтырмай,
Ял итһен ҡурсаҡтар ҙа.
Яҡты хыял алға әйҙәй –
Дәфтәр-ҡәләм ҡулдарҙа.

ҺАМАН МӘКТӘП ЮЛЫНДА
Әле генә мин уҡыусы инем:
Дәфтәр, ҡәләм алып яҙырға
Йүгерә инем осоп-талпынып
Мәктәбемдә белем алырға.

Үтте ваҡыт. Хәҙер икенселәр
Тапай икән мәктәп һуҡмағын.
Әммә мин дә ситтә ҡалалмайым:
Яҙам, һыҙам – талмай ҡулдарым.

Иртән тороп мәктәбем тип киләм.
Һаман шул юл, шул уҡ парталар…
Ләкин мин һөйләйем, өйрәтәмен –
Парталарҙа – кескәй балалар.

КӨҘГӨ ЯПРАҠ
Әкрен генә иҫкән көҙгө елгә
Һары япраҡ төшә өҙөлөп,
Алтын яуамы ни ер өҫтөнә
Матур сылбыр булып теҙелеп!

Бына яңғыҙ ғына, бер сайҡалып,
Бер талпынып килә гөл-биҙәк.
Гүйә, япраҡ түгел, ә яланда
Осоп туймаҫ шаян күбәләк.

Осоп килә япраҡ бейей-бейей,
Ҡуныр урын эҙләп үҙенә.
Һәм яланғас ҡалған ҡара тупраҡ
Тағы сихрилыҡҡа күмелә.

МӨХӘББӘТ
Ниндәй гүзәлһең һин, эй, мөхәббәт,
Күпме ҡөҙрәт тик бер үҙеңдә!
Һинән илаһи көс һәм дәрт алып
Иреп китә туңған күңел дә.

Моңға сорнайһың да йөрәктәрҙе,
Артылдырып бәхет тауҙарын,
Йә ташлайһың хистәр диңгеҙенә,
Йырлатаһың һағыш йырҙарын.

Ғашиҡтарҙы шатлыҡ даръяһында
Йөҙҙөрәһең ҡабат, мең ҡабат.
Ә ҡай саҡта һүнмәҫ уттарға ла
Илтеп һалаһың һин, мөхәббәт!

ӘСӘ ҺАҒЫШЫ
Ҡайтмай
ҡалды улы яуҙан,
Ул хәбәрһеҙ юғалды.
Яңғыҙ әсәнең йөрәген
Һары һағышҡа һалды.

Шатлыҡ бөркөп торған күҙҙәр
Ҡайғынан төпкә батты…
Ятып ҡалды. Башҡаларҙың
Һалдаттары бит ҡайтты.

Ҡоштар ҡайтһа яҙҙар етеп
Көтә әсә балаһын.
“Хәбәрһеҙ ҡалды” тигәнгә
Һыҙлай йөрәк яраһы.

Ниндәй генә һүҙ табайым
Әсәне йыуатырға,
Өмөттәрен һүндермәйсә,
Күңелен йылытырға?

ӘСӘ БУЛЫУ БӘХЕТЕ

Бар ғаләмгә сәләм биреп
Оран һалды сабыйым.
Мөхәббәтем емешенә
Мин һоҡланып ҡарайым.

Әсә булдым. Мыш-мыш килеп
Текләй миңә пар күҙҙәр.
Ҡыуанысымды һөйләрлек
Таба алмайым һүҙҙәр.

Ете күк йөҙөндә гиҙәм
Татып тәмен бәхеттең.
Шатлыҡ тулды тормошома –
Кәрәк түгел тәхетең.

Ҡасандыр бит әсәйем дә
Мине ҡулына алған,
Изге теләктәрен теләп,
Бишек йырҙарын һуҙған.

Яҙмышыма рәхмәтлемен –
Хоҙайым белеп бирә.
Тормошоңда тик аҡ юлдар
Теләйем, балам, һиңә!

БӘХЕТЛЕ БУЛЫҒЫҘ!
(А. Юнысов көйө)
Туй түрендә урын алған
Бәхетле парҙар бөгөн.
Шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп
Ҡоролған матур табын.

Ҡушымта:
Бәхетегеҙ ташып тора,
Гөрләй никах туйығыҙ,
Саф хистәрҙән генә торһон
Һеҙҙең тормош юлығыҙ!

Пар балдаҡ һәм вәғәҙәләр
Сәстәрҙе сәскә бәйләй.
Туғандар, яҡындарығыҙ
Изге теләктәр теләй.

Мөхәббәттә, татыулыҡта
Тигеҙ ғүмер итегеҙ,
Нәҫел ебен дауам итеп,
Ул-ҡыҙҙар үҫтерегеҙ!