“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” проектында – Тәслимә РӘХИМОВА
Тәслимә Харис ҡыҙы Рәхимова (Мусина) 1963 йылдың 9 ноябрендә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. Ниғәмәт урта мәктәбенән һуң 1986 йыл Өфө авиация институтын тамамлап, инженер-технолог һөнәрен алып сыға һәм йүнәлтмә буйынса Күмертау ҡалаһының “Искра” заводында эшләй. 1988 йылдан тыуған ауылында йәшәй. 2005 йылға тиклем колхозда хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, иҫәпсе, баш иҡтисадсы булып эшләй. Ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, 2005 йылдан Ниғәмәт урта мәктәбендә тарих һәм мәҙәниәт фәндәренән уҡыта.
Шиғырҙары матбуғат биттәрендә баҫылып тора. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге” конкурсында призлы урын яуланы.
АТАЙ ЙОРТО
Атай йорто – йылы усаҡ икән,
Гел үҙенә әйҙәй, саҡыра.
– Бала сағың бында – осрашырһың,
Ваҡыт табып, тиҙерәк ҡайт ҡына!
Атай йорто – ер кендеге икән,
Барса юлдар уға тоташҡан.
Күпме генә алыҫ юлланһам да,
Ул барында, беләм, аҙашмам.
Атай йорто – хыялыма ҡанат,
Яҡты маяҡ барыр юлымда.
Ауыр саҡта атайымдың көслө,
Йылы усын тоям усымда.
Атай йорто – ҙур бер табын кеүек,
Дуҫ-туғандар бергә йыйылған.
Туғанлыҡтың нескә ептәренән
Алтын кәрәҙ бында ҡойолған.
Атай йорто – тормош ҡурсаулығы,
Ул үҙе лә мохтаж һаҡлауға.
Изге нигеҙ имен булһа ғына,
Бала өмөт итә яҡлауға.
ЕР ҠЫҘЫ
Ысыҡ булып тамдым үләндәргә,
Ләйсән ямғыр булып йырланым.
Күккә күтәрелеп, Ҡош юлынан
Төн эсендә Ерҙе ураным.
Йыһан караптарын юлдаш итеп
Сикһеҙ ғаләмдәрҙе мин гиҙҙем.
Ер йылыһы, йәме юҡ шул Күктә,
Һалҡын матурлыҡтан тиҙ биҙҙем.
Ер ҡыҙы мин – һәр бер күҙәнәгем
Тыуған ер һутынан яралған.
Яҙмышыма инселәнгән йәр ҙә
Ерҙә ҡалды – унһыҙ торалмам.
Тик шулай ҙа юл ыңғайы йыйып
Йондоҙҙарҙан алтын гөлләмә,
Һөйгәнемә бүләк итеп бирҙем –
Минән башҡа йәрҙәр эҙләмә!
Күктән йондоҙ алып төштөм инде,
Ерҙәгеһе үҙем булырмын.
Хыялыңа – ҡанат, беләгеңә – ҡеүәт,
Донъяңа ҡот булып тулырмын.
ҒҮМЕР МИҘГЕЛДӘРЕМ
Һаҡмар буйлап бер әйләнәм әле –
Һағыштарым, бәлки, таралыр.
Миҙгел-йомғаҡтарым һүтәм әле –
Күҙ асып та йомған араны.
Сабый сағым яңы морон төрткән
Үлән буйлап сапты – ҡолонсаҡ!
Атай-әсәй ҡуйынында үткән
Бер хәсрәтһеҙ яҙым – бала саҡ.
Һаҡмарымдың ҡом-таштары һаман
Һаҡлайҙыр ул беҙҙең эҙҙәрҙе.
ӘСӘЙЕМ ҺАБАҠТАРЫ
Әйтә инең, әсәй: “Кешеләрҙең
Йөҙөн аслан йыртма, балам.
Һүҙ яраһы һис тә онотолмай,
Йөрәктәрҙә мәңге ҡала.
Ара болғап, алдаҡ, ғәйбәт һүҙҙәр
Кешеләргә, балам, ташыма.
Кеше һүҙе кеше үлтерә бит –
Рәнйеш алма, балам, башыңа.
Асыуыңды ауыҙлыҡлап өйрән,
Яһилланып, аша һөйләшмә.
Шатлыҡтарҙы ихлас уртаҡлаш һин,
Кеше бәхетенән көнләшмә.
Һәр кемдең дә үҙ өлөшө ерҙә –
Донъяларҙы һис тә тарһынма.
Кемдер килә, кемдер китә ерҙән –
Үле малдарына ҡалҡынма.
Мөмкин булған саҡта кешеләрҙе
Хата аҙымдарҙан арала.
Бәхетлеләр күберәк булған һайын
Донъябыҙға нурҙар тарала.
Тормошоңдо изгелеккә ҡор һин,
Төштәреңде тик бәхеткә юра.
Ауырлыҡҡа сыҙа, башың эймә,
Күҙҙәренә гелән тура ҡара.
Ғүмерҙең дә, балам, йылдар кеүек,
Төрлө була миҙгелдәре.
Барлығын да, юҡлығын да күтәр,
Ныҡ тот тормош теҙгендәрен.
Сабырлы бул. Сабырлыҡтың
Төбө алтын була – ышанһаң.
Ҡатын сыраҡтарың бер янмаһа,
Бер яныр ул, ихлас тырышһаң”.
Һүҙҙәрең хаҡ, әсәй, хәҙер беләм –
Һабаҡтарың көн дә иҫемдә.
Үҙең генә юҡһың яндарымда,
Киләһең шул бары төшөмдә.
АХЫРЫЗАМАН КӨТКӘНДӘ…
Замандарҙы заман алыштыра,
Һәр замандың була ахыры.
Һәр замандың бар бит батырҙары,
Булған кеүек меҫкен-бахыры.
Бөлөр илдең бахырҙары түгел,
Булыр илдең батырҙары булып,
Атлайыҡ беҙ яңы замандарға,
Халҡыбыҙға өмөт нуры булып!
Афәттәргә ҡаршы ҡуйырбыҙ ҙа
Рух-өмөттән ҡойған ҡалҡанды,
Киләсәккә һаҡлап ҡалдырырбыҙ
Һыҙылып ҡына атҡан ал таңды!
ИХЛАСЛЫҠ
Яҙмыш елдәренә ҡаршы тороп
Арып-талып киткән саҡтарҙа,
Битарафлыҡ ҡамап-солғап алып
Рух-күңелем өшөп ҡатҡанда
Бер йылы һүҙ етә – терелтә,
Ихласлығың йәнде иретә,
Йылмайыуҙан донъя йәмләнә,
Тормош шау сәхрәгә әйләнә.
МӨҒЖИЗӘ КӨТӘМ
Тәбиғәттең бер илаһи мәле –
Алма-муйыл наҙға тулышҡан.
Мең ләззәтен
биреп күңелдәргә,
Хуш еҫтәре ҡаба һулышҡа.
Кемуҙарҙан һайрай һандуғастар –
Хозурлыҡҡа хайран булғандар.
Үткәндәрен хәтерләйҙер әле –
Бөҙрә талдар тынып ҡалғандар.
Ҡупшы сирень, ана, күҙҙәренә
Зәңгәр һөрмәләрен һалған да
Тыйнаҡ ҡына йәрен көтә микән,
Өмөттәрен өҙмәй һаман да.
Шыбыр-шыбыр ғына зифа ҡайын
Һағыш-серен һөйләй елдәргә.
Мин дә сисер инем серҙәремде,
Тик белмәйем – ниндәй телдәрҙә?
Әйтер инем: мин дә көтәм һаман
Бер мөғжизә булып балҡыр тип,
Төштәремдән өндәремә күсеп,
Йәшлек йәрем ҡабат ҡайтыр тип.
Китмәҫ өсөн ҡайтыр яндарыма,
Сарсап ҡайтыр минең наҙҙарға…
Һағ(ы)ныуҙарым мөлдөрәмә тулды –
Мин мөғжизә көтәм яҙҙарҙан.
ТҮҢӘРӘК ДОНЪЯ
Килдем әле тағы яндарыңа
Шифа эҙләп көйгән йәндәремә.
Һылтанмасы ваҡыт юҡлығына,
Әйт йылы һүҙ, ҡарап наҙлы ғына.
Шул һүҙеңдән донъям нурға сума,
Иңдәремә бәхет ҡошо ҡуна.
Ҡараштарың имләй көйгән йәнде –
Түп-түңәрәк донъям ошо мәлдә.
Һағыш төҫө
– Һағыш төҫөн беләһеңме?
Бик тә ихлас итеп ҡурсағына
Көй көйләгән ҡыҙҙан һораным.
Әллә, – яурындарын һикертте лә ҡыҙсыҡ,
Көлөп күҙҙәремә ҡараны.
-Һағыш ниндәй төҫтә була? –
Шат йылмайып, етеҙ-етеҙ баҫҡан
Шаян һылыуҡайҙан һораным.
– Ул – иртәнге томан: әле бар ҙа,
Ел иҫкәйне, ҡапыл таралды.
– Һағыштың һин төҫөн беләһеңме? –
Ирен эштән көтөп йоҡламаған
Йәш ҡатынға бирҙем һорауҙы.
– Йәйге монар кеүек – билдәһеҙлек,
Бөгөн төшөм никтер боларҙы.
Улын ил һағына оҙатып ҡайтҡан
Әсәй кешенән дә һораным.
– Күкшел тауҙар төҫө – ғорурлыҡ та,
Текә бейеклектән ҡурҡыу ҙа –
Барыһы ла бергә торалыр.
Тол ҡатынға барҙым – әйтсе,
Һағыш һис тә урап үтмәгән бит,
Яуап барҙыр әле һиндә лә.
– Көҙгө япраҡ ише – төрлө төҫтә,
Хәтирәгә ҡарап билдәлә.
Яҡтылары ялҡын төҫөн алып,
Күңелдәрҙе гел дә йылыта.
Төҫһөҙ генә булып бәғзеләре,
Бәғер итен кимереп йонсота.
Йәйғор төҫлө булған хәтирәләр
Йәшәүгә йәм бирә, дәрт өҫтәй.
Һары төҫтә була ҡайһылары –
Һағыш һарылары китмәҫтәй.
Тик кеше бит үҙе һайлай ала –
Ҡайһы төҫкә бирә өҫтөнлөк.
Яҡты, йылы төҫтәр яратҡанда
Күңелдәрҙә була бөтөнлөк.