logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” ПРОЕКТЫНДА – яҙыусы, ҡурайсы, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы РӘМИЛ ХӘСӘНОВ

Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов 1958 йылдың 1 июнендә Түбәнге Яйыҡбай ауылында тыуған. 40 йыл Ниғәмәт урта мәктәбендә уҡытыусы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. Балаларҙа уҡытыу буйынса ғына түгел, ҡурайға, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалған уҙаман үҙе лә ҡурай буйынса үткәрелгән республика конкурстары лауреаты, хатта Гран-при яулаған.
Ижад менән 1977-79 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт иткән ваҡыттан шөғөлләнә. Шиғырҙары матбуғат биттәрендә баҫылып тора.

ДИЯРОВ ҠУРАЙҘАРЫ
Таҡыя башлы ҡурай үҫә
Ирәндек итәгендә.
Уның сихри моңо йәшәй
Халҡымдың күңелендә.
Басай исемле ауылда
Тыуған бер сабый бала.
Ете йәш кенә сағында
Ҡулына ҡурай ала.
Кәрим атлы шул баланың
Күңеле моңға тула.
Йылдар үткәс киң билдәле
Мәшһүр ҡурайсы була.
Бала сағы зарлы үтә
Көтөү көтөп байҙарҙа.
Үҫмер егет саҡтарында
Булмаған ул ҡайҙарҙа!
Сәфәрҙәрҙә күп йөрөгән
Башҡорт моңон таратып.
Сит тарафтағы халыҡты
Ҡурайына ҡаратып.
… Һандуғас моңона күм(е)леп
Ирәндектә таң ата.
Мәшһүр ҡурайсы булдылар
Кәрим, Хәмит һәм Ғата.
Күп йырҙарҙы Кәрим ағай
Магнитофонға яҙҙырҙы.
“Сал Уралдың моңдары” тип
Китабын да сығарҙы.
Һирәк осраған көйҙәрҙе
Ул нотаға һалдырҙы.
Әйтеп бөткөһөҙ хазина
Киләсәккә ҡалдырҙы.
Бала саҡта өйрәнгәнен
Ҡыҙыҡ итеп һөйләне.
Ҡурайсыны ҡарап торҙом
Тишеп кейеҙ тирмәне.
Тарихын белде һәр көйҙөң,
Күкрәк менән уйнаны.
Бар кешегә ябай булды,
Ваҡыт юҡ тип торманы.
Күп йырсылар, ҡурайсылар
Унан гел һабаҡ алды.
Моңло үлән ҡурайҙарын
Һағ(ы)нып иҫләргә ҡалды.
Ҡурайҙарын һаҡлап ҡына
Йөрөттө футлярында.
Уларҙы һис онотмайым,
Һаман күҙ алдарымда.
Ярыштарҙа Кәрим ағай
Бил бирмәҫ батыр булған.
Ҡаҙаҡтар менән көрәшеп
Беренсе урын алған.
Ғорур булды, ваҡланманы,
Ләкин һауаланманы.
Түрәләргә ярайым тип
Сөсөләнеп барманы.
Кәрим ағайҙың әйткәне
Һаман күңелдә ҡала.
“Баяс” көйөн уйнаусылар
Көслө ҡурайсы була.
“Күбәташ”ты уйнағанда
Зыңлай, геүләй күкрәге.
Ҡурай мәңге йәшәһен тип
Типте уның йөрәге.
Баҡыйлыҡҡа күскән саҡта
Зиһендәре аҙашты.
Һуңғы һулыш алғанда ла
Ҡурай тиеп һаташты.
Яҙҙар еткәс йәшелләнә
Төйәләҫтең буйҙары.
Онотолмаҫ моң ҡалдырҙы
Дияров ҡурайҙары!..

***
Рәхмәт әйтһә һиңә берәү,
Шатлыҡ тула күңелгә.
Рәхмәтебеҙ иң беренсе,
Атайға һәм әсәйгә.
Хоҙайыма рәхмәт тибеҙ,
Рәхмәт дуҫ, туғандарға.
Ярҙам итеп, дәртләндереп
Һәм хуплап торғандарға.
Изге теләктәрҙе теләп,
Доға ҡылыуға рәхмәт.
Һаҡлап торһон фәрештәләр,
Урап үтһен сир-зәхмәт.
Рәхмәт әйтеп бер-бербеҙгә
Йәшәйек ғүмерҙәрҙе.
Онотмайыҡ мең бәләнән
Ҡотҡара тигәндәрҙе.
Рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүсе
Татыулыҡҡа юл һала.
Һалҡынлыҡты юйып ташлап,
Изгелек теләп ҡала.
“Әссәләмәғәләйкүм”, – тип
Әгәр сәләм бирһәләр,
“Үә ғәләйкүмүссәләм,
Үә рәхмәтуллаһи”, – тиәр.
Күркәм мөнәсәбәт менән,
Аралашып хәл белеп,
Насип ит Раббым йәшәргә,
Рәхмәт һүҙҙәре әйтеп.

***
Эй, был ғүмер, аҡҡан һыуҙай,
Сылтырап үтеп бара.
Маңлайҙарға һырҙар һыҙып,
Сәстәргә ҡырау һала.
Ҡасан ғына малай инек,
Яланаяҡ йүгерҙек.
Көнө буйы өйгә ҡайтмай
Һаҡмарҙа беҙ һыу индек.
Тал сыбыҡтар – арғымаҡтар,
Ҡулдарҙа ҡылыс уйнай.
Ошо ғәмһеҙ баласаҡты
Һис тә ҡайтарып булмай.
Әмәндәктә балыҡ һөҙҙөк,
Ат йөҙҙөрҙөк Һаҡмарҙа,
Шутлыҡтар ҙа, мутлыҡтар ҙа
Булды бала саҡтарҙа.
Уйындар ҙа ҡыҙыҡ ине:
Ҡылыс алыш, гөргөлдәк,
Сиртмеш, бура, сәкән һуғыу
Онотолмай бигерәк.
Үҫмер саҡтың хәтирәһе –
Кис уйынға сығыуҙар.
Һыу буйында таңға тиклем
Төнгө усаҡ яғыуҙар.
Бөрөләнгән хистәреңде
Сәләм-хатҡа яҙыуҙар.
Тәүге тапҡыр, һүҙ ҡуйышып,
Осрашыуға барыуҙар.
Гармун алып һөйөүеңде
Моңло йырға һалыуҙар,
Ауыл менән әрмеләргә
Һалдатҡа оҙатыуҙар.
Сәңгелдәктән тыңлап үҫтем,
Сихри ҡурай моңдарын.
Шуғалыр ул тибрәлдерә
Йөрәгемдең ҡылдарын.
Ҡулдарыма ҡурай алһам,
Сумам моң даръяһына.
Әйтерһең дә, барып инәм
Гүзәллек донъяһына.
Ҡурай миңә моңдаш, дуҫ та,
Иптәш һәм серҙәш булды,
Ҡурай тартһам күңелемә,
Илаһи көс-дәрт тулды.
Ҡурайҙы мин ҡәҙерләнем,
Ҡурайҙы мин яраттым.
Күңелемә һеңгән моңон
Халҡыма тип тараттым.