logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡудашева (Ҡаҙаҡбаева) Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы

БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы Ҡудашева (Ҡаҙаҡбаева) Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы 1966 йылда Баймаҡ районы Бөрйәнйылға ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, тәрбиәсе, уҡытыусы, Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзитендә хәбәрсе, хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта баҫыла. “Сиселмәгән сер” исемле тәүге китабы 2004 йылда нәшер ителә. Яҙыусының әҫәрҙәрендә тормошсан ваҡиғалар, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә. Айырыуса уның ижадын ҡатын-ҡыҙҙар яратып уҡый. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әлеге ваҡытта Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәй. Китаптары – “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш”.

Әйтелмәгән сер (хикәйә)

Мин, ҡулыма диплом алғас та, һөйләшеүҙәр пунктына йүгерҙем. Йән һөйгәнем йәшәгән тарафҡа осоп барырҙай булып, күптән көтөлгән яҡын тауышты ишетергә өмөтләнеп, телефон трубкаһына үрелдем. Әммә теге остан ишетелгән ҡатын-ҡыҙ тауышы мине айнытып ебәргәндәй булды.

– Ғәлинур дауаханала ята шул, килә алманы. Ике аҙна самаһы элек аварияға эләккәйне,- тине минең менән һөйләшергә килгән бер туған апаһы Гөлшат бошонҡо ғына тауыш менән.

Аяҡ аҫтында ер убылып китте. Һәрмәләнеп, кабинка ишегенең тотҡаһына тотоноп, арҡам менән стенаға һөйәлдем….Дауамы http://baimaklib.ru/%d3%99-%d0%ba%d1%83%d0%bb%d1%8b%d2%a3%d0%b4%d0%b0-%d1%81%d0%b8%d0%bd%d0%b5%d2%a3-%d1%81%d0%b8%d1%80%d0%b5%d0%bd%d1%8c-%d0%b8%d0%b4%d0%b5-1-19-2/?preview_id=7827&preview_nonce=83f47d4045&preview=true