Урал аръяғы “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр конкурсы
Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосының 1910 йылда беҙҙең ерлектә мәшһүр сәсәндәребеҙ Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтарҙан фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алыныуы баймаҡтарға ғына түгел, бөтә донъя әҙәбиәте өсөн аҫыл мираҫ ул. Ғалим, тел белгесе, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Ибраһимов, эпосты төрөк теленә тәржемә итеп, милли ҡомартҡыбыҙҙы бөтә төрки донъяһына танытты.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мәшһүр сәсән Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә уның тыуған ере Түбәнге Иҙрис ауылында Урал аръяғы “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр конкурсы ойоштора.
Конкурстың положениеһы👇🏻