logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Уралымда ҡалыр моңдарым” интернет-бәйгеһе тамам!

Хөрмәтле дуҫтар!
Быйыл Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата һәм шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында Урал аръяғы төбәге шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе иғлан иткәйне. Билдәле сәбәптәр айҡанлы, конкурс оҙайлы килеп сыҡты. Шулай ҙа беҙ һәр ҡатнашыусының эшен ихлас тыңланыҡ, жюри ағзалары уларға үҙ баһаһын бирҙе. Шуныһы һөйөнөслө, шиғри бәйгелә шағирҙың яҡташтарынан тыш, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Белорет райондарынан, Сибай, Магнитогорск, Өфө, хатта Мәскәү ҡалаһынан да ҡатнашыусылар булды. Өс йәштән алып 80 йәшкә тиклемге 158 конкурсант “Уралымда ҡалыр моңдарым” төркөмөнә видеолар ебәрҙе. Беҙ бик шатбыҙ!!!
Һәм бына улар беҙҙең еңеүселәр:I төркөм

1 урын – Байегетов Нияз, 6 йәш, Баймаҡ ҡалаһы

2 урын – Иҙрисова Зөлхизә, 8 йәш, Иҫке Сибай ауылы

2 урын – Аҡбулатов Рияз, 7 йәш, Темәс ауылы

3 урын – Йәнтилин Ильяс, 6 йәш, Баймаҡ ҡалаһы

II төркөм

1 урын – Аҡбулатова Азалия, 12 йәш, Темәс ауылы

2 урын – Йәрмөхәмәтова Әлиә, 13 йәш, Ярат ауылы

2 урын – Хөсәйенов Илсур -, 10 йәш, Белорет районы, Берештамаҡ ауылы

2 урын – Байрас Ғафаров, 14 йәш, Ҡолсора ауылы

III төркөм

1 урын – Иҙрисова Гөлнара, 42 йәш, Иҫке Сибай ауылы

2 урын – Йәнтилина Гөлнур, 80 йәш, Кәрешкә ауылы

3 урын – Латыпова Айгөл, 42 йәш, Бикеш ауылы

Иң йәш ҡатнашыусы- Һағынбаев Ғайсар

Коллектив сығыш

1 урын – Мәҙинә Туйсина, Гөлсирә Уразбаева, Рәсүл Уразбаев

2 урын – Үрге Таулыҡай мәктәбенең 4 се синыфы уҡыусылары

2 урын- Ишмурзина Ләйсән, Латыпова Ынйы, Бикеш ауылы
Ҡотлайбыҙ!