logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар”

15 май Баймаҡ үҙәк китапханаһында Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнованың “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” исемле тәүге китабының исем туйы үтте. Кисәлә авторҙың ижадташ дуҫтары- “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары һәм уның рәйесе, шағирә Айгөл Иҙелбаева , китапка баш һүҙ яҙыусы Батыр Вәлид премияһы лауреаты, крайҙы өйрәнеүсе тарихсы Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов, ауылдаштары, туғандары, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Был китап З. Сөләймәнованың ижади өлкәлә булған беренсе аҙымы, ынтылышы, емеше. Ул беренсе тапҡыр үҙенең ижадын китапҡа баҫтырып, шиғыр һөйләүселәрҙе, китап яратыусы замандаштарын үҙ ижады менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Районыбыҙҙың абруйлы ағинәйе, ҡул эштәре оҫтаһы, китапхана тарафынан үткәрелгән ауыл, район күләмендәге нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһенең әүҙем ҡатнашыусыһы Зәкиә Сөләймәноваға ижади үрҙәр, яңы идеяларының тормошҡа ашыуын теләп, йылы һүҙҙәр әйтелде.