logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Яҡташ яҙыусылар аҙналығы

Шағир, яҙыусы, Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Мостафин Урал Сабирйән улы 1951 йылда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуа. Өфөлә 1-се башҡорт интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Беренсе республика башҡорт гиназия-интернаты), авиация институтын тамамлай. 1975-1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ҡыҙыл пролетарий” заводында инженер-конструктор булып эшләй. 1982 йылда ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта. Юғары белемле тәжрибәле белгес төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй, 1994 йылда юлда аварияға осрап, һаулығы ҡаҡшай, аяҡтан яҙа. Әммә Урал Мостафин төшөнкөлөккә бирелмәй, күңел донъяһын кешеләргә бүләк итеп, шиғырҙар яҙа башлай, хикәйәләр ижад итә. Уның “Йәш шағирҙар тауышы” серияһы аҫтында 2001 йылда “Нур усағы” тигән дөйөм йыйынтыҡта “Тәүбә тәсбихем” исеме аҫтында ижад емештәре нәшер ителә, 2002 йылда “Йәшәү – яҙмыш” тип аталған айырым китабы донъя күрә. Ошо йыйынтыҡ өсөн 2002 йылда Урал Мостафин Баймаҡ районының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһына лайыҡ була. Артабан әҙиптең бер-бер артлы “Илһам көсө” (2005), “Ғүмер – атылған уҡ” (2010), “Хистәр донъяһында”, “Ҡойон ҡойроғо оҙон” (2013) исемле китаптары нәшер ителә.

Әҙәм заты
Әҙәм заты, ниндәй камил йәнһең:
Кәүҙәң дә бар, күҙле, башлыһың.
Аҡыллыһың, сөнки Ер менән Күк,
Ут менән Һыу һинең асылың.
Тик шул камиллығың ҡайһы ваҡыт
Үҙ башыңа ҡайғы килтерә:
Аҡылынан аҙып, донъя ватып,
Ҡайһы берҙә ҡан да түктерә.
Уйлап ҡара, бәлки, ҡырмыҫҡалар,
Бал ҡорттары һинән уңғандыр?
Үҙ аңдары менән гел ҡоралар,
Емереүҙе кемдәр тыйғандыр?
Бер-береңә зиһен әүҙемлеге
Үрнәк булһын ине һәр эштә.
Аҡылыңа, аңлығыңа һинең
Көнләшһен дә ине фәрештә.
“Әҙәм заты, камил ғәҙеллегең
Ғәҙәт булһын ине һәр кемгә.
Асылыңдың белеп һин ҡәҙерен,
Изгелектәр телә һәр көнгә.
(У. Мостафин)