logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Яҡташ яҙыусылар ижады

Һөйөнсө! Һаҡмар ауылынан Фәнүзә Минтаһир ҡыҙы Арсланованың “Баймаҡ районы Һаҡмар ауылы” исемле китабы донъя күрҙе. Был китапта әүәлге “Һәүәнәк” совхозының 2-се бүлексәһе булып ойошторолған хужалыҡтың, Һаҡмар ауылының үҫеше, халҡының 90 йылға яҡын яҙмышы яҡтыртылған.
Әҙәби телдә яҙылған йыйынтыҡта, документаль сығанаҡтарға, статистик мәғлүмәттәргә, халыҡ хәтеренә нигеҙләнеп, ауылдың тарихы, бөгөнгөһө һүрәтләнә. Бер быуатҡа яҡын арауыҡтағы ваҡиғаларҙы иңләй автор, ауылдаштарының яҙмыштарын тасуирлай. Китап тыуған яҡты өйрәнеүҙә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә әһәмиәтле ҡулланма буласаҡ.