Ярулла Вәлиевтың тыуыуына 100 йыл тулды
?Башҡорт журналисы, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ярулла Вәлиевтың тыуыуына 100 йыл тулды.
Ярулла Носратулла улы Вәлиев 1921 йылдың мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Бикмырҙа ауылында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс, күрше Үктәйҙә ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһындағы Баһау Нуриманов исемендәге педагогия рабфагында уҡый. 1940 йылда Өфөләге уҡытыусылар белемен камиллашырыу институты ҡарамағындағы педагогик курстарҙы тамамлай. 1940 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. 1941 йылда «Еңеү юлында» (хәҙерге «Таң») гәзитендә тәүҙә яуаплы сәркәтип була, ә 1942 йылдан яуаплы редактор вазифаһын тапшыралар. 1944 йылда ВКП(б)-ның Бөрйән районы комитетының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. 1946 йылда ВКП(б)-ың Башҡорт өлкә комитеты ҡарамағындағы бер йыллыҡ партия мәктәбендә белем ала. Шул уҡ йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.
1946—1947 йылдарҙа «Большевик» (хәҙерге «Йүрүҙән») гәзитендә яуаплы редактор була. 1947 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире һәм әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын алып бара. 1949 йылда «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1950—1954 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
1955 йылда « Ленин юлы» (хәҙерге «Туймазинский вестник») гәзитендә бүлек мөдире, ә 1956 йылдан «Нефтяник Башкирии» гәзите хеҙмәткәре булып эшләй. 1957 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1957—1960 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
1960—1965 йылдарҙа «Һәнәк» журналында бүлек мөдире, ә 1966—1975 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
?Ярулла Вәлиев күп прозаиктар кеүек әҙәбиәткә шиғриәт аша килә. 1938—1941 йылдар арауығында республика ваҡытлы матбуғатында уның исем-шәрифтәре менән баҫылған шиғырҙарын йыш осратырға була. 1963 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Үҙебеҙҙең кеше» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы, 1965 йылда «Хәйерле иртә, Исмәғил!» повесы айырым баҫма булып сыға. Әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
1970 йылда — «Бөркөттәр оя ташламай» романы, ә 1976 йылда «Һин минең берҙән-берем» повесы донъя күрә. Уның бар ижады, Ҡариҙел туғайҙарында мөлдөрәшкән күлдәр кеүек, күңелдәрҙә урын алып, ер кешеһенә, саф мөхәббәткә дан йырлай.