Һынау майҙанында – Аҡйондоҙ һәм Аҡйегеттәр
Конкурс райондың ете төбәгендә уңышлы үтте, унда 80-гә яҡын егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Йомғаҡлау кисәһе райондың Халыҡ ижады үҙәгендә ойошторолдо, тамашасылар хөкөмөнә 20 ҡатнашыусының сағыу сығыштары тәҡдим ителде.
Ярыш һынауҙарын һәр пар лайыҡлы үтте. Шулай ҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары Гөлсөм Шахморатова һәм Радмир Ильясовҡа етеүсе булманы – гран-при уларҙа!
Темәс ауылынан Милә Ҡотлоғәләмова – “Йәшлек гүзәле”, Илфат Зарипов – “Сая йәшлек”, Ләйсән Баязитова – “Гүзәллек”, Фәнир Ирназаров – “Салауат рухлы”, Сыңғыҙ ауылынан Айһылыу Әбдрәшитова – “Башҡорт һылыуы”, Мөхәмәт Шахморатов – “Ирәндек бөркөтө”, Ишмырҙа ауылынан Нурзилә Әфләтунова һәм Айгиз Ишмырҙин – “Өмөтлө быуын”, Ҡолсора ауылы йәштәре Гөлиә Мостафина һәм Байрас Ғафаров – “Тамашасы һөйөүе”, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Гөлфирә Нарынбаева – “Бейеү алиһәһе”, Ишморат Рәхмәтуллин – “Өмөт” , Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп уҡыусылары Гөлназ Хәмитова – “Нәфис һүҙ оҫтаһы”, Ғәзинур Нуретдинов – “Баймағым өмөтө”, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары Алтынай Сәлихова – “Баймағым биҙәге” һәм Ислам Килдейәров – “Сәхнә оҫтаһы”, Байыш мәктәбе уҡыусылары Диана Рәхмәтуллина һәм Фәнзил Мортазин “Һәләтле йәштәр” номинацияларында еңеүгә лайыҡ булды.
Зиһендәргә рух һирпкән был бәйге маҡсатына өлгәште, йәштәр ҡабатланмаҫ Мостай илен яңынан асып, мәшһүр әҙиптең үлемһеҙ әҫәрҙәрен, фәһемле һүҙҙәрен күңелдәре аша йәнә үткәреп, ҡанатланып ҡайтты.
Баймаҡ үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина әйтеүенсә, йыл һайын ойошторолған конкурста ҡатнашҡан “Аҡйондоҙ” һәм “Аҡйегет”тәр араһында артабан ғаилә ҡороп йәшәгәндәр ҙә бар. Тимәк, был сара сәхнәлә генә бармай, ә ысынбарлыҡта ла дауам итә.